Әләддин: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
45 юл:
Галлан шунда уҡ тәржемә эшенә тотона һәм ике аҙнала уны тамамлай. "1001 кисә"нең Ханна һөйләгән хикәйәләре ингән XI томы, көндәлек яҙыуҙарына ҡарағанда, 1711 йылдың 11 ғинуарында тулыһынса француз теленә тәржемә ителә.
 
1.3=== Төп нөсхә булыуына шикләнеүҙәр ===
 
Галландың үҙенең быға бер ҡағылышы булмаһа ла, «Мең дә бер кисә»нең 8 томын баҫтырыу алдынан бер күңелһеҙ ваҡиға була. Йыйынтыҡтағы бушлыҡты тултырыу өсөн баҫтырыусы үҙ белдеге менән «Зейн Әл-Әснам», «Кодадад һәм уның ағалары», «Принцесса Дарьябар» әкиәттәрен баҫмаға индерә, был әкиәттәрҙең ғәрәп фольклоры менән бәйле булмауы хаҡында баҫманың баш һүҙендә махсус рәүештә әйтеп үтә. Был әкиәттәр фарсы сығышлы [9], Францияға улар башҡа бер фольклорсы — Пети де ла Круа яҙмалары аша билдәле, һәм «1001 кисә»гә ысынлап та оҡшаш башҡа бер йыйынтыҡтың эсендә булалар, ләкин уның исеме hezar-o-yek ruz — «Мең дә бер көн». Башҡа йыйынтыҡтан был әкиәттәрҙе үҙләштереү хаҡында де ла Круа ла, Галлан да белмәгән була. Бындай үҙбелдеклелеккә асыуланған Галлан киләһе томды баҫтырыуҙы туҡтатырға һәм башҡа баҫтырыусы эҙләргә мәжбүр була һәм «артыҡ» әкиәттәрҙең икенсе баҫманан алынасағы тураһында айырып әйтә. Ләкин был ниәтен башҡара алмай, ул вафат була.
 
Ошо фактҡа таяныпмы, әллә Галландың үлеменән һуң уның архивында ла, бүтән ерҙә лә «Әләддин»дең ғәрәп телендәге нөсхәһе табылмағанғамы, әкиәттең дөрөҫ булыуына ҡайһы бер тикшеренселәр шик белдерәләр. Улай ғына түгел — был әкиәт ул ваҡытта билдәле булған «1001 кисә» ҡулъяҙмаларында ла булмай. Шуға күрә, был һәм бер нисә башҡа әкиәтте Галлан үҙенең Көнсығыш ғәрәптәренең тормошон белеүе менән файҙаланып, үҙе уйлап сығарған һәм йыйынтыҡтың күләмен арттырыу өсн ҡушып ебәргән тигән тауыштар ишетелә башлай. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, скептиктар Галландың әҙәби ялған ҡуллана алыуы хаҡында бер үк фекерҙә булһалар ҙа, нисә әкиәт уның ҡәләме менән яҙылыуы тураһында ҡараштары тап килмәй [10]. 2—3-тән башлап («Зейн Әл-Әснәм», «Йоҡлаусының уяныуы» һәм «Әләддин»), 282-нән башҡа бөтәһен дә Галлан үҙе уйлап сығарған тигәнгә тиклем [11]. Был фекер алышыуҙа профессор Генри Палмер бик һаҡ фекер йөрөтә, уның билдәләүенсә, «1001 кисә»нең бер нисә әкиәте фарсы тамырлы һәм киң билдәле Һарун-әр-Рәшит тураһындағы цикл менән бәйле булыуы мөмкин [12].
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Әләддин» битенән алынған