Аҡыл: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
'''Аҡыл''' ({{lang-grc|νοῦς}}) — [[кеше]]нең аңлау һәм анализлау һәләте; кешенең фекер йөрөтөү, уйлау һәләте<ref>Башҡорт теленең академик һүҙлеге: 10 томда. Т. I: (А хәрефе) / Ф.Ғ. Хисамитдинова редакцияһында. — Өфө: Китап, 2011. — 432 б. — ISBN 978-5-295-05389-4 (т. 1) — ISBN 978-5-295-05388-7</ref>.
 
Аҡыл [[материя]]ның миллионлаған йылдар дауамында барлыҡҡа килгән бары тик кеше (homo sapiens) төрөнә генә «бирелгән», уға ғына хас күренеш. Кешелек донъяһы был сифатты юғалтмаясаҡ. Кеше уның ярҙамында яһалма аҡыл (төрлө компьютерҙар) тыуҙыра ала, ләкин яһалма аҡыл һис-ҡайсанҡасан да тарихи процесс нәтижәһендә барлыҡҡа килгән тәбиғи аҡылды алмаштыра алмаясаҡ. [[Яһалма аҡыл]] кешенең математик, инженерия һ.б. шундай интеллектыуаль һәләттәргә эйә булған ҡиммәттәрҙе тыуҙырырға һәләтле булһа ла, ысын, тәбиғи рәүештә тыуа торған хистәргә, тойғоларға эйә була алмаясаҡ. Аҡыл теге йәки был индивидта булырға ла, булмаҫҡа ла мөмкин. Конкрет индивид тыумыштан уҡ мәхрүм булырға мөмкин. Йә иһә теге йәки был сәбәп (ҡаты стресс, тирән кисерештәр, баш мейеһенән яраланыуы һ. б.) нәтижәһендә индивид аҡылын юғалтырға, аҡылдан яҙырға мөмкин.
 
Аҡыл термины башҡа мәғәнәлә лә ҡулланылырға мөмкин. Аҡыл ул — кешенең тирә-йүндәге предметтарға, күренештәргә, ваҡиғаларға, процесстарға тейешле анализ яһап, уларға дөрөҫ (тәңгәл) бәйә бирә алыу һәләте. Ошо һәләт булғанда уның эйәһен «аҡыллы» тип атайҙар, теге йәки был ваҡиғаларға, күренештәргә дөрөҫ анализ яһап, уларға дөрөҫ (тәңгәл) бәйә бирә алмаусыларҙы «аҡылһыҙ» тип атайҙар.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Аҡыл» битенән алынған