Шахты тыуған яҡты өйрәнеү музейы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
24 юл:
|image1=[https://img-fotki.yandex.ru/get/55231/36256508.49/0_8f211_340305ef_orig Шахтинский краеведческий музей]
}}
'''Шахты тыуған яҡты өйрәнеү музейы'''  — Ростов өлкәһе Шахты ҡалаһындағы музей. Музей бинаһы XIX быуат аҙағы (1896 йыл) архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Музейға 1966 йылда нигеҙ һалына, 1967 йылдың 18 майында асыла<ref>[http://www.donland.ru/Default.aspx?pageid=78253 Шахтинский краеведческий музей]</ref><ref>[http://www.shakhty.su/2014/05/22/001/ Шахтинский краеведческий музей отметил свой профессиональный праздник]</ref><ref>[http://kvu.su/news/society/shakhtinskiy_kraevedcheskiy_muzey_vnov_posetyat_babochki/?comments Шахтинский краеведческий музей вновь посетят бабочки]</ref>.
 
Музей адресы: 346500, Ростов өлкәһе, Шахты ҡалаһы, Шевченко урамы, 149.
 
== Тарихы һәм һүрәтләмә ==
Шахты тыуған яҡты өйрәнеү музейы Шахты ҡалаһының уртаһында, 1896 йылда төҙөлгән боронғо бинала урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта бина архитектура ҡомартҡыһы иҫәбенә инә. 1896 йылда был бинала, Император ғали йәнәптәре  — Император [[Николай II | Николай II]] һәм император ҡатыны Александра Феодоровнаның тәхеткә ултырыу иҫтәлегенә, император ҡатыны Александра Феодоровна хөрмәтенә аталған, Александра сиркәү- приход (мәхәлләһе) мәктәбе эшләй башлай. Мәктәп 1907 йылдан өлгөлө мәктәп иҫәбендә була<ref>[http://www.culture.ru/institutes/12218/shahtinskiy-kraevedcheskiy-muzey Шахтинский краеведческий музей]</ref>. Бинаның үҙәк бүлмәһендә бейек көмбәҙ рәүешендәге түшәм музейҙа боронғолоҡ атмосфераһы тыуҙыра.
Музей Ростов өлкәһенең эре муниципал музейы булып тора. Уның төп фондында 13 000 тирәһе экспонат иҫәпләнә. Музейҙа боронғо иконалар һәм фотографиялар, төрлө периодтарҙың тарихи документтары, көнкүреш әйберҙәре һәм ҡала халҡының шәхси әйберҙәре йыйылған. Үҙ ваҡытында СССР художество Академияһы музейға бүләк итеп 200-гә яҡын картина тапшыра.
Музейҙа тематик залдар бар: «Боронғо ҡала», «Мещандар көнкүреше», «Ҡаланың хәрби даны», «Дон крайы тәбиғәте». Музейҙың картиналар галереяһында графика, рәсем сәнғәте, биҙәү-ҡулланма сәнғәте һ.б. күргәҙмәләре үткәрелә, музыка һәм шиғриәт кисәләре, ҡаланың күренекле кешеләре менән осрашыуҙар үткәрелә. Музейҙа бөтәһе биш тематик зал бар. Уның Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған ике залында ҡорал, һалдаттарҙың шәхси әйберҙәре, фотографиялары һәм документтары тупланған. Музей экспозицияларының береһе Дон тәбиғәтенә арналған, бында Дон крайында йәшәүсе хайуандар һәм ҡоштарҙың толобо ҡуйылған. Музейҙа регионда күмер сығарыу тарихы, XIX—XX быуаттағы ҡала халҡының мещанлыҡ интерьеры менән танышырға була.
2015 йылдың 12 ноябрендә музей администрацияһы, янған «Күмер сәнәғәте тарихы музейы» бинаһы территорияһынан, ҡаланың тыуған яҡты өйрәнеү музейы ихатаһына музей экспонаты — В. И. Ленин һәйкәлен алып сыға<ref>[https://fotki.yandex.ru/next/users/mmmm1986/album/112804/view/586256 Памятник В. И. Ленину]</ref>. Артабан уны яңыртыу кәрәклеге тураһында мәсьәлә ҡараласаҡ.
Шахты тыуған яҡты өйрәнеү музейы эргәһендә шағир Недогонов Алексей Иванович исемендәге әҙәби берекмә эшләй. А.  И.  Недогонов Александровск-Грушевский (хәҙерге Ростов өлкәһе Шахты ҡалаһы) ҡалаһында, 1914 йылдың 19 октябрендә тыуған.
 
== Иҫкәрмәләр ==