Александр паркы (Шахты): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Парк |Название = Александр паркы |Изображение = |Подпись…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
21 юл:
|Категория на Викискладе =
}}
'''Александр паркы''' (1895 йылдан —ҡала паркы, 2012 йылдан  — Александр паркы)  — Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһында урынлашҡан. Парктың биләмәһе Садовая, Шевченко урамдары, Василий Алексеев исемендәге проспект һәм Горняк микрорайоны менән сикләнеп тора. Майҙаны —18 гектар тирәһе. Биләмәлә әрмән архитектура ҡомартҡыһы, әрмәндәрҙең изге стеллаһы — хачкар, Чернобыль аварияһында ҡатнашыусыларға һәйкәл, Хәрби дан мемориаль комплексы, Беренсе Бөтә Донъя һуғышы батырҙарына — урыҫ һуғышсыларына һәйкәл, Христос хөрмәтенә часовня, балалар өсөн аттракциондар урынлашҡан.
 
== Тарихы ==
 
Был ҡалалағы иң боронғо, (ҡарт) парктарҙың береһе. Уға башлап 1895 йылда, Никитск Император училищеһенең педагогы Н.  М.  Черячукин проекты буйынса, ҡаланың үҙәк өлөшөндә нигеҙ һалғандар.
Өс йыл дауамында уҡыусылар тарафынан 500 тирәһе ағас ултыртыла. Үҙәк аллея эшләп, матурлап биҙәлә. Элек был урында ҡала зыяраты урынлашҡан булған. Зыяратта сауҙәгәр Барановтарҙың кәшәнәһе булған. Совет власының тәүге йылдарында зыяратты ябалар. Кәшәнәне трансформатор урынлаштырып, подстанция итәләр.
2012 йылдан был ял итеү урынын император Александр II хөрмәтенә «Александр паркы» тип атай башлайҙар. Сөнки, Александр II, Александровск-Грушевский (хәҙерге Шахты ҡалаһы)- ҡалаһына нигеҙ һалған була. ХХ быуаттың 30-сы йылдарында паркта яңы аллаеялар булдырыла. Көнъяҡ-көнсығыш өлөшө таҙартыла. Барлыҡҡа килгәненән алып, паркта ике тапҡыр реконструкция үткәрелә. 1914 йылда - — «Модерн» кинотеатры, 1926 йылда йәйге театр төҙөлә. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә Батырҙар Аллеяһы булдыралар. Аллея ҡала халҡы йыйған иғәнәгә төҙөлә һәм 1988 йылда асыла. Биләмәнең ял итеү зонаһында зоомөйөш эшләй.
Әлеге мәлдә ҡалалағы мәҙәниәт объекттарын реконструкциялау программаһы сиктәрендә паркты артабан үҫтереү өсөн дә аҡса бүленгән. Киләсәктә паркты «Шахтер» стадионы менән берләштереп, спорт-парк комплексы төҙөү ҡаралған.
2015 йылда парктағы һирәк ҡалған һәм ҡиммәтле үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн, 0,01 га майҙанда «Дуб черешчатый» тигән айырым һаҡлана торған тәбиғи биләмә булдырылған<ref>[http://shakhty-gorod.ru/about/info/news/14744/?type=special В Александровском парке создана особо охраняемая территория]</ref>.
 
== Парктағы иҫтәлекле урындар ==
 
* {{External media
|image1=[https://img-fotki.yandex.ru/get/48627/36256508.49/0_8f239_4a29d24c_orig Аллея Славы]
}}
 
=== Хәрби дан мемориаль комплексы ===
 
Александр паркында Дан Аллеяһы булдырылған. Унда Шахты ҡалаһының Советтар Союзы Геройҙарына, Слава ордены кавалерҙарына арнап Хәрби дан мемориаль комплексы төҙөлгән. Ике яҡлап батырҙарҙың бюстары ҡуйылған. Дан Аллеяһы осонда Мәңгелек ут янып тора.
 
=== «Хачкар» стеллаһы ===
* {{External media
|image1=[https://img-fotki.yandex.ru/get/219501/36256508.49/0_8f238_127d6b97_orig Хачкар]
}}
2014 йылдың 29 августында Александр паркында армян архитектураһы ҡомартҡыһы итеп изге стелла — хачкар ҡуйыла (в переводе с армянского означает каменный крест). Монумент туғандаш ҡала Армавир инициативаһы менән төҙөлә. Хачкар алһыу төҫтәге туфтан эшләнгән. Скульпторы - — Әрмән Республикаһының халыҡ оҫтаһы Налбандян Р. П.. Хачкар - — әрмән һәм урыҫ халыҡтары араһындағы дуҫлыҡ символы.
 
=== Беренсе Бөтә Донъя һуғышы батырҙарына һәйкәл ===
* {{External media
|image1=[https://img-fotki.yandex.ru/get/194549/36256508.49/0_8f23a_e8184659_orig Памятный знак героям Первой мировой войны]
}}
2014 йылдың 31 августында Александр паркының үҙәк аллеяһында ҡала халҡы йыйған иғәнә иҫәбенә Беренсе Бөтә Донъя һуғышы батырҙарына һәйкәл ҡуйыла. Һәйкәл Шахты ҡалаһының Я.  П.  Бакланов исемендәге казак кадет корпусы тәҡдиме менән эшләнә.
Байрамдарҙа һәм ял көндәрендә Я.  П.  Бакланов исемендәге казак кадет корпусындә тәрбиәләнеүселәр һәйкәл янында хәтер вахтаһына баҫалар.
 
=== Часовня ===
58 юл:
|image1=[http://photos.wikimapia.org/p/00/05/12/59/28_big.jpg Часовня в честь Воскресения Христова]
}}
Паркта Христос хөрмәтенә арналған часовня тергеҙелгән.
Часовня өсөн иғәнәне Шахты епархияһы янындағы Попечитель советы ағзаһы Руденко Василий Витальевич биргән. Төҙәтеү эштәрен урындағы «Новый Дом» төҙөлөш компанияһы башҡарған <ref>[http://shahteparh.ru/content/arkhierej/episkop-ignatij-osvyatil-vosstanovlennuyu-v-alekandrovskom-parke-chasovnyu-voskreseniya-khristova-v-pamyat-ob-osnovatelyakh-goroda-aleksandrovsk-grushevskij-shakhty/ Епископ Игнатий освятил восстановленную в Александровском парке часовню Воскресения Христова в память об основателях города Александровск-Грушевский (Шахты)]</ref>.
 
=== Чернобыль аварияһында ҡатнашыусыларға һәйкәл »" ===
* {{External media
|image1=[https://img-fotki.yandex.ru/get/212758/36256508.49/0_8f23b_bc7dccac_orig Памятный знак «Памяти шахтинцев ликвидаторов последствий аварии на Чернобыльской АЭС»]
}}
Чернобыль катастрофаһының 26-сы йылына арнап, 2012 йылдың 26 апрелендә «Чернобыль Союзы» тәҡдиме менән паркта иҫтәлекле урын булдырыла. «"Чернобыль катастрофаһының эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға - — тереләргә һәм мәрхүмдәргә »" тип арнап һәйкәл ҡуйыла. Исемлектә Шахты ҡалаһынан ҡатнашҡан 400 "черноблсы"ның да исеме яҙып ҡуйылған.
 
== Һылтанма ==
 
* [http://shahteparh.ru/content/aleksandrovsk-grushevskoe/25-maya-2014-goda-aleksandrovskij-park-g-shakhty-otmetil-svoj-100-letnij-yubilej/ 25 мая 2014 года Александровский парк г. Шахты отметил свой 100-летний юбилей]
* [https://culttourism.ru/rostovskaya/shakhty/shahty_aleksandrovskiy_park.html Александровский сад]
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{примечания}}
[[Категория: Шахты]]