Башҡортостандың тәбиғәт зоналары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:Природное районирование РБ.png|thumb|right|280px|Башҡортостандың тәбиғәт зоналары]]
[[Башҡортостан Республикаһы]] территорияһында биш тәбиғәт зонаһы: ''урман, урманлы дала, дала, шулай уҡ таулы-урманлы һәм таулы-урманлы дала зоналары'' айырылып тора.
 
Һәр зонаның [[Башҡортостан климаты|климаты]], [[Башҡортостандың һыу ресурстары|һыу ресурстары]], үҫемлектәр һәм [[Башҡортостандың хайуандар донъяһы|хайуандар донъяһы]], шулай уҡ [[Башҡортостан тупрағы һәм тупраҡ ресурстары|тупраҡтарының]] бер-береһенә йоғонто яһаусы билдәле бер күрһәткестәре бар.
 
== Урман зонаһы ==
 
[[Файл:ЛесаРБ.png|thumb|right|280px|Башҡортостан урмандары]]
Был зона Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан һәм [[ҡитға]] климаты менән айырылып тора. Уртаса йыллыҡ температура көнбайышта 2,4°-тан көнсығышта 0,8°-ҡа тиклем тирбәлә. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 500-ҙән 799 миллиметрғаса етә.
17 юл:
 
== Урманлы дала зонаһы ==
 
[[Файл:Сенокосные угодья в Белорецком районе.jpg|thumb|right|280px|Белорет районы күренеше]]
Урманлы дала зонаһы кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге өсөн иң уңайлыһы. Уңдырышлы ҡара тупраҡ, тигеҙ ер өҫтө, ауыл хужалығы өсөн етерлек дым һәм йылылыҡ, мул һыулы йылғалар ошонда. Шуға күрә лә урманлы дала кеше тарафынан күптән үҙләштерелгән. Хәҙерге ваҡытта бында антропоген ландшафт өҫтөнлөк итә. Бөтә зонаны юлдар, электр линиялары, урман һыҙаттары арҡырыға-буйға киҫеп үтә. Йәй көндәрендә йәм-йәшел баҫыуҙар ҡарашты иркәләй. Һөрөнтө ерҙәр 65 процентҡа тиклем майҙанды биләй. Сабынлыҡтар, көтөүлектәр, емеш-еләк һәм йәшелсә баҡсалары ла байтаҡ майҙан алып тора. Иген һәм техник культураларҙың төп өлөшө ошонда үҫтерелә, игендең уңышы гектарынан 30—40 центнер тәшкил итә.