Башҡортостандың тәбиғәт зоналары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
12 юл:
Урман зонаһында кеше ҡулы теймәгән ландшафт майҙандары тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп һаҡлана һәм ҡурсалана. Улар иҫәбенә [[Краснокама районы]]ның үҙәге [[Николо-Берёзовка]] ауылы тирәһендәге ҡарағай һәм шыршы урмандары, [[Дүртөйлө районы]]ның Венеция ауылы эргәһендәге ҡарағай урманы инә.
 
Был зоналағы күлдәр ҙә иҫ киткес гүзәл күренеш барлыҡҡа килтергән. [[Дүртөйлө районы]]ның [[Урыҫ Әнгәсәге]] ауылы эргәһендәге Оло һәм Бәләкәй Йылан күлдәре, [[Нуриман районы]]ндағы [[Упҡынкүл]] тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп иғлан ителгән.
 
Тәбиғәт ҡомартҡылары ғына түгел, урман зонаһының бөтә бай һәм ҡабатланмаҫ тәбиғәте — [[шыршы]] һәм [[аҡ шыршы]] үҫкән бейек текә ярлы [[Павловка һыуһаҡлағысы|Павловка һыу һаҡлағысы]] тирәһе, [[Кама]]ның һул яр буйындағы аҡ шыршы һәм шыршы урмандары, [[Өфө ялпыяҫы таулығы]]нтаулығын тәрән йырып аҡҡан [[Йүрүҙән]] буйҙары һаҡсыл мөнәсәбәткә лайыҡ түгелме ни? Мәҫәлән, [[Йүрүҙән]] урыны менән бер нисә тиҫтә метр бейеклегендәге ҡаялар хасил итеп аға. Шундай ҡаяларҙың береһе — Сабаҡай тауы [[Дыуан районы]]ның Сарапул ауылы янында урынлашҡан. Бында тәүтормош кешеһенең торлаҡ эҙҙәре һаҡланған ике мәмерйә барлығы билдәле.
 
== Урманлы дала зонаһы ==