Башҡортостандың тәбиғәт зоналары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
57 юл:
Зонала һоро урман тупрағы, шулай уҡ ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә. Климаты ҡитғаныҡы, ҡоролоҡло.
 
Таулы-урманлы далала бер нисә тәбиғәт ҡомартҡыһы айырылып тора. Уларҙан [[Учалы]] ҡалаһы янындағы [[Өргөн]] күле — иң күренеклеһе. Уның ярҙарын бик матур [[ҡарағай]] һәм япраҡлы урман әйләндерел алған. [[Учалы районы]]ның төньяғында Ауышкүл йәйрәп ята, ул [[Ауышкүл]] йәшмә ятҡылыҡтары менән дан ҡаҙанды. Унда һары төҫтәге йәшмә сығарыла. Төрлөсә тармаҡланған ҡара һәм һоро һыҙаттар был таштарға айырыуса күркәмлек бирә.
 
Таулы-урманлы дала зонаһының көньяғында [[Йылайыр районы|Йылайыр]], [[Ейәнсура районы|Ейәнсура]], [[Хәйбулла районы|Хәйбулла]] райондары ерҙәрендә [[Шайтантау]] урынлашҡан. Унда [[заказник]] ойошторолған. Ул ошо зонаның иң гүзәл тәбиғәтле урындарының береһе. Бында далалар имән, ҡайын һәм башҡа киң япраҡлы урмандар менән аралашып килә.