Әлибаев Зәки Арыҫлан улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
27 юл:
З. А.Әлибаевтың әҙәбиәтте өйрәнеүгә бағышланған китаптары: «Хәҙерге заман башҡорт романдарында конфликт тәбиғәте», «Ер яҙмышы, ваҡыт һулышы», «Ваҡыт бәйләнешендә башҡорт әҙәбиәте», «Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте», «ХХ быуат башҡорт әҙәбиәте». 2001—2007 йылдарҙа Анкарала төрөк телендә баҫылып сыҡҡан 35 томды үҙ эсенә алған «TURKI DUNYSI ORTAK EDEBIEATLARI» («Төрөк донъяһының дөйөм әҙәбиәте») йыйынтығының башҡортса өлөшөнөң авторҙашы.
 
Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә ойошторолған халыҡ-ара конференцияларҙа ҡатнаша. Башҡорт һүҙ сәнғәте үҫеше тураһындағы докладтары менән Астанала (Ҡаҙағстан), Стамбулда (Төркиә), Ашғабадта (Төркмәнстан) сығыштар яһаны. Ул университет, ҡала һәм республика йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Республика мәктәптәренә ғилми-методик ярҙам күрһәтә. «Йыл уҡытыусыһы» һөнәри конкурстары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте республика олимпиадаларында, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр региональ конкурстарында жюри ағзаһы булды.
 
 
Уҙған2016 йылдайылдың ноябрендә Зәки Әлибаев Республика Яҙыусылар союзыБерлеге рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп һайланды.
 
Зәки Арыҫлан улы — әүҙем йәмәғәт эшмәкәре. 2015 йыл — Әҙәбиәт йылында, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы лауреаты исеменә лайыҡ булды. Ул [[Рәшит Назаров]] исемендәге республика әҙәби конкурсында жюри ағзаһы.
 
Әҙәбиәт һәм фән өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн Зәки Әлибаев «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» (2012) тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Ул Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2009) Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почёт грамоталары (1997, 2000, 2015)