Әлибаев Зәки Арыҫлан улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
14 юл:
== Ғилми эшмәкәрлеге ==
 
Зәки Әлибаев [[1992-1996]]1992—1996 йылдарҙа БДУ эргәһендәге аспирантурала ситтән тороп уҡый, 1997 йылдың мартында «Хәҙерге заман башҡорт романдарында конфликт тәбиғәте» темаһына диссертация яҡлап, филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә лайыҡ була.
Зәки Әлибаев илленән ашыу ғилми һәм уҡытыу-методика хеҙмәте авторы. Хәҙерге заман башҡорт прозаһына эпик традицияларҙың тәьҫирен өйрәнеү, боронғо башҡорт эпостарында герой концепцияһын, «Урал батыр» эпосында башҡорт романы сығанаҡтарын тикшереү менән шөғөлләнә. Роберт Байымов, Мирас Иҙелбаев, Зәйнәб Биишева, Жәлил Кейекбаев, Кирәй Мәргән һәм башҡа яҙыусылар ижадына бағышланған эштәре бар. Әҙәби һәм тәнҡит мәҡәләләре «[[Ватандаш]]», «[[Ағиҙел (журнал)|Ағиҙел]]», «[[Башҡортостан уҡытыусыһы]]» журналдарында, республика гәзиттәрендә баҫыла.
 
Төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, шул иҫәптән сит илдәрҙә лә, әүҙем ҡатнаша.