Әлибаев Зәки Арыҫлан улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
9 юл:
Зәки Әлибаев [[1992-1996]] йылдарҙа БДУ эргәһендәге аспирантурала ситтән тороп уҡый, 1997 йылдың мартында «Хәҙерге заман башҡорт романдарында конфликт тәбиғәте» темаһына диссертация яҡлап, филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә лайыҡ була.
*[[1994 йылдың авгусы - 1996 йылдың ноябре, 1997 йылдың октябре - 2002 йылдың июле]] - БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультеты декан урынбаҫары.
*[[2002 йылдың июле - 2009 йылдың авгусы]] - БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы доценты.
Зәки Әлибаев илленән ашыу ғилми һәм уҡытыу-методика хеҙмәте авторы. Һуңғы йылдарҙа ғына Роберт Байымов, Мирас Иҙелбаев, Зәйнәб Биишева, Жәлил Кейекбаев, Кирәй Мәргән һәм башҡа яҙыусылар ижадына бәйле материалдары донъя күрҙе. Әҙәби һәм тәнҡит мәҡәләләре йыш ҡына «[[Ватандаш]]», «[[Ағиҙел (журнал)|Ағиҙел]]», «[[Башҡортостан уҡытыусыһы]]» журналдарында, республика гәзиттәрендә баҫыла. Башҡорт романында шиғриәтте өйрәнеүгә арналған етди хеҙмәт яҙа.