Әлибаев Зәки Арыҫлан улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
 
== Биографияһы ==
Зәки Арыҫлан улы Әлибаев [[1967 йыл]]дың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ның [[Белорет районы]] [[Йөйәк|Йөйәк ауылы]]нда донъяға килә. [[1974-1984]] йылдарҙа Йөйәк урта мәктәбендә тик «биш» билдәләренә генә уҡый. Кескәй сағынан уҡ әҙәби ижадҡа ынтыла, балалар һәм үҫмерҙәр матбуғаты менән бәйләнеш тота. [[1984 йыл]]да Өфөгә килеп, [[Башҡорт дәүләт университеты]]ның филология факультетына уҡырға инә һәм 1992 йылға саҡлы уҡый. Институтта уҡыған йылдарында уҡ Зәки Әлибаев филология фәнендә эҙләнеүҙәр башлай.
 
Уҡыуын уңышлы тамамлағандан һуң, Зәки Әлибаев университетта эштә ҡала. Ассистент, өлкән уҡытыусы һәм доцент булып эшләй.
 
Зәки Әлибаев [[1992-1996]] йылдарҙа БДУ эргәһендәге аспирантурала ситтән тороп уҡый, 1997 йылдың мартында БДУ Ғилми советы ултырышында «Хәҙерге заман башҡорт романдарында конфликт тәбиғәте» темаһына диссертация яҡлап, филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә лайыҡ була («10.01.02 — РФ халыҡтары әҙәбиәте» махсус белеме буйынса).
Ғилми хеҙмәттәр менән генә сикләнмәй, вазифа бурыстарын башҡара: [[1994 йылдың авгусы - 1996 йылдың ноябре, 1997 йылдың октябре - 2002 йылдың июле]] - БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультеты декан урынбаҫары.[[2002 йылдың июле - 2009 йылдың авгусы]] - БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы доценты.
Зәки Әлибаев илленән ашыу ғилми һәм уҡытыу-методика хеҙмәте авторы. Һуңғы йылдарҙа ғына Роберт Байымов, Мирас Иҙелбаев, Зәйнәб Биишева, Жәлил Кейекбаев, Кирәй Мәргән һәм башҡа яҙыусылар ижадына бәйле материалдары донъя күрҙе. Әҙәби һәм тәнҡит мәҡәләләре йыш ҡына «[[Ватандаш]]», «[[Ағиҙел (журнал)|Ағиҙел]]», «[[Башҡортостан уҡытыусыһы]]» журналдарында, республика гәзиттәрендә баҫыла. Әле ул башҡортБашҡорт романында шиғриәтте өйрәнеүгә арналған етди эш өҫтөндәхеҙмәт эшләйяҙа.
 
Ғалим 20 йылдан ашыу төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, шул иҫәптән сит илдәрҙә лә, әүҙем ҡатнаша; хәҙерге заман башҡорт прозаһына эпик традицияларҙың тәьҫирен өйрәнеү, боронғо башҡорт эпостарында герой концепцияһын, «Урал батыр» эпосында башҡорт романы сығанаҡтарын тикшереү менән шөғөлләнә.