Таһирова Майя Афзал ҡыҙы — версиялар араһындағы айырма

'''Майя Афзал ҡыҙы Таһирова''' 1931 йылдың 8 февралендә [[Башҡорт АССР-ы]] [[Өфө]] ҡалаһында тыуған. Ул билдәле башҡорт яҙыусыһы һәм дәүләт эшмәкәре [[Таһиров Афзал Мөхөтдин улы|Афзал Таһировтың]] ҡыҙы.
 
Майя Афзал ҡыҙының бәхетле баласаҡ дәүере бик ҡыҫҡа була. [[1937 йыл]]да атаһы халыҡ дошманы тип ғәйепләнеп, ҡулға алына, атыуға хөкөм ителә, әсәһен дә алып китәләр. Майя менән апаһынапайын айырып, төрлө балалар йортона ебәрәләр. «Халыҡ дошманы балаһы» тигән ярлыҡ ҡыҙға тормошта әленән -әле күңелһеҙлектәр килтереп тора.
 
[[1943 йыл]]да Ленинград хореография училищеһынан [[Өфө]]гә һәләтле балаларҙы һайлап алыу өсөн комиссия килә. Һынау үтеүселәр исемлегенә Майя ла эләгә.
1542

үҙгәртеү