Әлибаев Зәки Арыҫлан улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
 
{{Мөхәррирләү|Аҡҡашҡа|13 февраль 2017}}
'''Әлибаев Зәки Арыҫлан улы''' — (10.01.1967) — билдәле тел белгесе һәм әҙәби тәнҡитсе, әҙәбиәт теорияһы белгесе, яҙыусы, журналист, филология фәндәре кандидаты, [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, 2011 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар берлеге ағзаһы. [[М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты|Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты]] доценты.
 
15 юл:
Ғалим 20 йылдан ашыу төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, шул иҫәптән сит илдәрҙә лә, әүҙем ҡатнаша; хәҙерге заман башҡорт прозаһына эпик традицияларҙың тәьҫирен өйрәнеү, боронғо башҡорт эпостарында герой концепцияһын, «Урал батыр» эпосында башҡорт романы сығанаҡтарын тикшереү менән шөғөлләнә.
 
== Һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлеге ==
[[2009 йыл]]дан алып М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһында доцент сифатында әүҙем ғилми-педагогик эшмәкәрлек алып бара.
Көндөҙгө уҡыу бүлегендә «Хәҙерге заман башҡорт әҙәбиәте», «Башҡорт әҙәбиәте тарихы», «Әҙәбиәт теорияһы» дисциплиналары буйынса махсус курстар алып бара һәм шул уҡ курстар буйынса ситтән тороп уҡыу бүлегендә лекциялар уҡый. Эшләгән дәерендә Әлибаев З.А. үҙен уҡытыу-методик һәм фәнни-тикшеренеү эштәрен хәҙерге заман кимәлендә, тейешле талаптарға ярашлы алып барыусы квалификациялы белгес итеп күрһәтте. Уның хәҙерге осор башҡорт әҙәбиәте проблемалары буйынса 50-нән артыҡ хеҙмәте һәм ул әҙерләгән бер нисә курс донъя күрҙе. Хеҙмәттәре ВАК нәшриәттәрендә баҫылып сыҡты. Уҡыу-уҡытыу процесын хәҙерге заман фәне һәм мәҙәниәте ҡаҙаныштарына таянып ойоштороу һәм камиллаштырыу, белем һәм тәрбиә биреү берҙәмлеген тәьмин итеү, шәхесте интеллектуаль, мәҙәни һәм әхлаҡи үҫтереү эшендә байтаҡ уңышлы эшләй. Уның етәкселегендә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенттары 2014 йылда булып үткән «Филология. Рәсәй халыҡтарының телдәре һәм әҙәбиәте» (төрөк төркөмө) тип аталған Бөтөн Рәсәй студент олимпиадаһында ҡатнашып, 1 урын, 2015 йылда - 3 урын алды. Ул ижад менән шөғөлләнгән студенттар менән даимитығыҙ эштәр ойоштора, әҙәби түңәрәк менән етәкселек итә, ижадсылар «Тулҡын» исемле гәзит нәшер итә. РФ һәм БР Яҙыусылар Союзы ағзаһы булараҡ, Башҡортостан Яҙыусылар Союзында тәнҡит һәм әҙәбиәт белеме секцияһын етәкләй. З.А.Әлибаевтың әҙәбиәтте өйрәнеүгә бағышланған китаптары: «Хәҙерге заман башҡорт романдарында конфликт тәбиғәте», «Ер яҙмышы, ваҡыт һулышы», «Ваҡыт бәйләнешендә башҡорт әҙәбиәте», «Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте», «ХХ быуат башҡорт әҙәбиәте». 2001-2007 йылдарҙа Анкарала төрөк телендә баҫылып сыҡҡан 35 томды үҙ эсенә алған «TURKI DUNYSI ORTAK EDEBIEATLARI» («Төрөк донъяһының дөйөм әҙәбиәте») йыйынтығының башҡортса өлөшөнөң авторҙашы ла ул Зәки Арыҫлан улы Әлибаев.
Юл 38 ⟶ 39:
 
== Хәрби хеҙмәте һәм дәрәжәһе ==
1985 йылдың июленән 1988 йылдың майына саҡлы [[Мурманск]] өлкәһенеңҡалаһы [[Североморск]] ҡалаһында [[СССР Хәрби-Диңгеҙ Флоты]] сафтарында хеҙмәт иткән. Хәрби заниеһы - Хәрби-Диңгеҙ Флотының I статья старшинаһы
== Сығанаҡтар ==