Таһирова Майя Афзал ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
20 юл:
'''Майя Афзал ҡыҙы Таһирова''' (1931—2003) — РСФСР-ҙың атҡаҙанған, [[Башҡортостан]]дың халыҡ артисткаһы, Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.
 
'''Майя Афзал ҡыҙы Таһирова''' 1931 йылдың 8 февралендә [[Башҡорт АССР-ы]] [[Өфө]] ҡалаһында тыуған. Ул билдәле башҡорт яҙыусыһы һәм дәүләт эшмәкәре [[Таһиров Афзал Мөхөтдин улы|Афзал Таһировтың]] ҡыҙы.
 
Майя Афзал ҡыҙының бәхетле баласаҡ дәүере бик ҡыҫҡа була. [[1937 йыл]]да атаһы халыҡ дошманы тип ғәйепләнеп, ҡулға алына, атыуға хөкөм ителә, әсәһен дә алып китәләр. Майя менән апаһын айырып, төрлө балалар йортона ебәрәләр. «Халыҡ дошманы балаһы» тигән ярлыҡ ҡыҙға тормошта әленән әле күңелһеҙлектәр килтереп тора.

[[1943 йыл]]да Ленинград хореография училищеһынан [[Өфө]]гә һәләтле балаларҙы һайлап алыу өсөн комиссия килә. Һынау үтеүселәр исемлегенә Майя ла эләгә.

[[Ленинград]]та үткән йылдарын ул һуңынан тормошоноң иң сағыу өлөшө тип атай. Легендар уҡытыусы-хореограф А. Я. Ваганова класында уҡыу бәхете тәтей уға.
Юл 31 ⟶ 30:
Өфөгә ҡайтып, егерме өс йыл [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]] сәхнәһендә бик күп гүзәл образдар тыуҙыра. СССР буйлап, шулай уҡ, Бирмала, Германияла, Һиндостанда, Непалда гастролдәрҙә ҡатнаша.
 
Балет алиһәһе театрҙағы иң шәп партнеры тип, ун биш йыл бергә йәшәгән тормош иптәшен,  Илдус Хәбировты  — атар булған.
 
Майя Афзал ҡыҙы, сәхнәнән киткәс, ижади ғүмерен оҙайтып, сәнғәт серҙәрен башҡаларға ла төшөндөрөү мөмкинлеген бик ҡыуанып ҡабул итә. [[Фәйзи Ғәскәров]] исемендәге башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә егерме биш йылдан ашыу педагог-репетитор булып эшләй.
 
Үҙен һәр яҡлап та аса алған һәләтле йондоҙ бының менән генә сикләнеп ҡалмай. Мәскәү театр сәнғәте институтына (ГИТИС) уҡырға инеп, 1975 йылда балет тәнҡитсеһе һөнәрен үҙләштерә.
 
Мәҙәниәтебеҙ тарихында башҡорт балеты эшмәкәрҙәре хаҡында ихлас фекерле, тәрән өйрәнеп яҙылған әллә күпме мәҡәләләр ҡалдыра. Олоғайғас, йәштәр эргәһендә булғым килә тип, Р. Нуриев исемендәге башҡорт хореография училищеһында художество етәксеһе булып эшләй.