Әлибаев Зәки Арыҫлан улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
3 юл:
== Биографияһы ==
 
Зәки Арыҫлан улы Әлибаев [[1967 йылдыңйыл]]дың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ның Белорет районы Йөйәк ауылында донъяға килә. Тыуған ауылында урта мәктәптә белем ала. [[1984 йылдайыл]]да Өфөгә килеп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Институтта уҡыған йылдарында уҡ Зәки Әлибаевт филология фәнендә эҙләнеүҙәр башлай.
 
Уҡыуын уңышлы тамамлағандан һуң Зәки Әлибаев университетта эштә ҡала. Аспирантурала уҡый, "Башҡорт романдарында конфликт тәбиғәте" темаһын өйрәнә.
 
[[1996 йылдайыл]]да диссертация яҡлап, филология фәндәре кандидаты дәрәжәһен ала. Ассистент, өлкән уҡытыусы һәм доцент булып эшләй. [[2009 йылданйыл]]дан алып М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһында доцент сифатында әүҙем ғилми-педагогик эшмәкәрлек алып бара.
 
Зәки Әлибаев илленән ашыу ғилми һәм уҡытыу-методика хеҙмәте авторы. Уның әҙәби һәм тәнҡит мәҡәләләре йыш ҡына «Ватандаш», «Ағиҙел», «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналдарында, республика гәзиттәрендә баҫыла. Әле ул башҡорт романында шиғриәтте өйрәнеүгә арналған етди эш өҫтөндә эшләй.