Белорет районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
→‎Эшҡыуарлыҡ: удалена копипаста (Белорет районы рәсми сайты/Эшҡыуарлыҡ)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
53 юл:
}}
'''Белорет районы''' ({{lang-ru|Белорецкий район}}) – [[Башҡортостан]]дағы муниципаль район. Административ үҙәге – Белорет ҡалаһы. Районда 41809 кеше йәшәй.
Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң ҡалҡыу өлөшөн биләп ятауылы төньяғынтан [[Силәбе өлкәһе]] менән сиктәш. 1930 ойошторолған. Майҙаны буйынса (11501 км²). Белорет районы Башҡортостан Республикаһының көнсығышында диңгеҙ кимәленән 564 м бейеклектә урынлашҡан. Белорет районы [[Бөрйән районы|Бөрйән]], [[Ғафури районы|Ғафури]], [[АрхангельАрхангел районы|АрхангельАрхангел]], [[Учалы районы|Учалы]],[[Әбйәлил районы|Әбйәлил]] райондары, төньяҡтан Силәбе өлкәһе менән сикләшә.
 
Белорет – Башҡортостан Республикаһында иң ҙур район, уның майҙаны 11,3 мең квадрат километрҙы тәшкил итә.
 
Иҙел башы республикала урманға иң бай төбәктәрҙең береһе, урман уның территорияһының 80 процентын биләй. Район үҙәгендә ылыҫлы урман өҫтөнлөк итһә, көнбайыш өлөшө ҡуйы япраҡлы, ә көнсығышында – ҡатнаш урман. Тимер рудаһының төп ятҡылығы – беҙҙең район территорияһында.
 
Башҡортостандың был төбәге үҙенсәлекле һәм гүзәл тәбиғәтле. Бында тау йылғалары буйлап һалда, кәмәләрҙә ағып төшөү, бейек Уралтау һырттарына артылыу, мәмерйәләргә сәйәхәт итеү, шифалы шишмәләрҙең һыуын тәмләү, тау саңғыларында шыуыу мөмкинселеге бар. Тап Белорет ерендә Ағиҙел, Инйәр, Йүрүҙән, Еҙем йылғалары баш ала. Райондың ҙур өлөшөн Көньяҡ Урал тәбиғәт ҡурсаулығы тәшкил итә, ул Башҡортостанда, хата Көньяҡ Уралда иң ҙур ҡурсаулыҡтарҙан һанала. Уның территорияһында Көньяҡ Уралдың иң бейек һырттары урынлашҡан: Машаҡ, Нары, Ҡумарҙаҡ, Ямантау тау һырттары.
 
Район территорияһында ун ике тәбиғәт һәйкәле бар: Ҙур Ямантау(1640 м), Ирәмәл(1582 м), Әрүәк Рәзе(1068 м), Арский ташы, Ҡыҙыляр мәмерйәһе, Атыш шарлауығы, Асы минераль инеше, 1904 йылғы кедр культураһы, Бишәтәк тауындағы 600 йәшлек ҡарағастар, Әүжән урман хужалығында диңгеҙ бөркөтөнөң ояһы һ.б. Был объекттар ысын мәғәнәһендә бик уникаль һәм экологик, фәнни, мәҙәни, эстетик, реакцион һәм санитар-селәмәтләндереү әһәмиәтенә эйә.
 
2006 йылдың беренсе ғинуарында берҙәм административ-территориаль берәмек – Белорет районы территорияһында 20 муниципаль берәмек урынлашҡан: бер ҡала биләмәһе – Белорет ҡалаһы (административ үҙәк) һәм 19 ауыл биләмәһе. Төбәктә 110 мең кеше йәшәй, уларҙың 68 меңе Белорет ҡалаһында. Башҡорт менен урыс милләте күпселекте тәшкил итә. Районда барлығы 99 торлак пункты бар.
 
Белорет районыныда транспорт юл селтәрҙәре, атап әйткәндә, Магнитогорск-Белорет-Инйәр-Өфө тимер юлы, Белорет-Өфө, Белорет-Учалы, Белорет-Магнитогорск, Асҡар-Сермән-Өфө автоюлдары үҫешкән. Район территорияһына Белорет ҡалаһы составындағы [[Ломовка (Башҡортостан)|Ломовка]], [[Тирлән]], [[Тоҡан (Башҡортостан)|Тоҡан]] ҡасабалары, шулай уҡ район хакимиәте ҡарамағындағы [[Инйәр (Башҡортостан)|Инйәр]], [[Үрге Әүжән]] ҡасабалары урынлашҡан.
 
Юл 73 ⟶ 79:
== Географияһы ==
Райондың көнсығыш сите буйлап Уралтау һырты һуҙыла. Был һырттан Көнбайышҡа табан, Ағиҙел йылғаһы үҙәне буйлап тау араһындағы түбәнлектәр артында, бейегерәк тау теҙмәләре: [[Әүәләк]], [[Оло Ирәмәл]] (1582 м) тау массивы менән, Баҡты Ямантау (1640 м) массивы менән — Машаҡ, Нәре, Баштау, Юрматау, Елмәрҙәк һырттары китә. Район майҙаны 31,4% диңгеҙ кимәленән 700 м өҫтәрәк ята. Урындың ҡалҡыу булыуы сәбәпле, йыллыҡ яуым-төшөм ҡайһы бер ерендә 700 мм етә, йыллыҡ уртаса температура 0,5°С тиклем түбәнәйә, 10°С юғары температуралы осорҙағы йылылыҡ суммаһы бейек тауҙар теҙмәһе зонаһында 900°С алып битләү һәм тау араларындағы үҙәндәрҙә 1500—1800°С тиклем тирбәлә.
 
Һыуыҡ булмаған мәл 60—70 көнгә тиклем кәмей.
 
Юл 110 ⟶ 117:
 
== Транспорт ==
Район територияһын Магнитогорск—Белорет—Ҡарлыман тимер юлы, асфальт түшәлгән Булгаково—Архангель—БелоретБулгаково—Архангел—Белорет автомобиль юлы, Магнитогорск—Ишембай газ үткәргесе һәм ошо газ үткәргестең Ҡағы—Белорет тармағы киҫеп үтә. Белореттан Стәрлетамаҡҡа, Магнитогорскиға, Учалыға автомобиль юлдары бара.
 
Тар тимер юлдың айырым өлөштәре — Белорет—Туҡан, Белорет—Тирлән аралыҡтары әлегәсә һаҡланған.