Елизавета паркы (Таганрог): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
20 юл:
Елизавета паркын булдырыу тарихы император Александр I менән бәйле, уға Таганрог Карантины районында диңгеҙ күренеше бик оҡшай. Беренсе тапҡыр ул бында 1818 йылдың майында була. 1776 йылда Екатерина II бойороғо буйынса төҙөлгән Азов буйындағы төп Карантинды ҡарағандан һуң, Александр I уны Европала иң яҡшыһы тип атай. Ул осорҙа Петруша моронона яҡын, Качатов һыҙаһы эргәһендә, морондоң көнбайыш өлөшөндә Карантин территорияһы кибеттәре, ҡунаҡханаһы, медицина пункты һәм башҡа хеҙмәттәре булған ҙур булмаған ҡасаба була.
1825 йылда икенсе тапҡыр килгәнендә, баҡса парк сәнғәтен яратыусы Александр I, Таганрогта Карантин эргәһендә яңы баҡса төҙөү өсөн территория ҡарап ҡуя. Император үҙе баҡсаның планын һыҙа. Оҡшаған ерҙә булған ҙур булмаған Карантин баҡсаһы ике тапҡырға киңәйтелә һәм яңы ағастар ултыртыла, баҡсаның майҙаны яҡынса 2,5 га тәшкил итә. Баҡсала ҙур үҙәк аллея һалына, ярлау өҫтөндә тарыраҡ аллея була. Унда сирень үҫә. Тағы ла бер арҡыры аллея баҡса ҡапҡаһынан башланып, ағас эскәмйәләр торған түңәрәк майҙансыҡлы ярлау өҫтөндә тамамлана. Баҡсала төрлө төрҙәге 2 мең тирәһе ағас ултыртыла. Баҡса кәрәк-ярағы һәм уның үҫеше өсөн Александр I ҡалаға 11500 һум аҡса бирергә һәм артабан уны тәрбиәләп тороу өсөн йыл һайын алты мең һум аҡса түләргә бойора. Баҡсаны ҡаҙнаныҡы тип атай башлайҙар, унда бер нисә мең сейә ағасы ултырталар, ә беседкаға илтеүсе төп аллеяла сәтләүек ағастары ултырталар.
[[Файл:Ворота городского сада Таганрог1.jpg|left|thumb|Таганрог, воротаҡала городскогобаҡсаһының садаҡапҡаһы, почтоваяXIX карточкабыуаттың второйикенсе половиныяртыһының XIXпочта векакарточкаһы. СправаУң — скетинг-ринкяҡта для— роликлы катанияконькиҙә нашыуыу роликовыхөсөн конькахскетинг-ринк (1909 г.)|250 px]]
 
Батша ғаиләһе Карантингә барырға һәм нигеҙ һалынған баҡсаны ҡарап йөрөргә ярата. Александра I Таганрогта вафат булғандан һуң (1825 йылдың 19 ноябрендә) уның тол ҡатыны император ҡатын Елизавета Алексеевна элеккесә Карантинға барып йөрөй. Уның күптән түгел император менән бергә ял иткән ярлау өҫтөндәге эскәмйәлә ултырғанын йыш күрәләр.
1826 йылдың мартында, Таганрогты ҡалдырып киткәндә, Елизавета Алексеевна батша ғаиләһе милке булған Карантин баҡсаһын ҡалаға тапшыра. Шул ваҡытта уҡ, ҡала башлығы А. И. Дунаев тәҡдиме буйынса, баҡса Елизавета паркы тип атала. 1844 йылда ҡала баҡсаһында, ул шулай атала башлай, тут ағасы заводы төҙөйҙәр, ул ҡалала ебәкселек үҫеше нигеҙе булып китә.