14 454
үҙгәртеү
(→Тарихы) |
|||
== Тарихы ==
Елизавета паркын булдырыу тарихы император
▲ 1825 йылда икенсе тапҡыр килгәнендә, баҡса парк сәнғәтен яратыусы Александр I, Таганрогта Карантин эргәһендә яңы баҡса төҙөү өсөн территория ҡарап ҡуя. Император үҙе баҡсаның планын һыҙа. Оҡшаған ерҙә булған ҙур булмаған Карантин баҡсаһы ике тапҡырға киңәйтелә һәм яңы ағастар ултыртыла, баҡсаның майҙаны яҡынса 2,5 га тәшкил итә. Баҡсала ҙур үҙәк аллея һалына, ярлау өҫтөндә тарыраҡ аллея була. Унда сирень үҫә. Тағы ла бер арҡыры аллея баҡса ҡапҡаһынан башланып, ағас эскәмйәләр торған түңәрәк майҙансыҡлы ярлау өҫтөндә тамамлана. Баҡсала төрлө төрҙәге 2 мең тирәһе ағас ултыртыла. Баҡса кәрәк-ярағы һәм уның үҫеше өсөн Александр I ҡалаға 11500 һум аҡса бирергә һәм артабан уны тәрбиәләп тороу өсөн йыл һайын алты мең һум аҡса түләргә бойора. Баҡсаны ҡаҙнаныҡы тип атай башлайҙар, унда бер нисә мең сейә ағасы ултырталар, ә беседкаға илтеүсе төп аллеяға сәтләүек ағастары ултырталар.
[[Файл:Таганрог ҡала баҡсаһының ҡапҡаһы1.jpg|left|thumb|Таганрог, ҡала баҡсаһының ҡапҡаһы, XIX быуаттың икенсе яртыһының почта карточкаһы. Уң яҡта — роликлы конькиҙә шыуыу өсөн скетинг-ринк (1909 й.)|250 px]]
Батша ғаиләһе Карантингә барырға һәм нигеҙ һалынған баҡсаны ҡарап йөрөргә ярата. Александра I Таганрогта вафат булғандан һуң (1825 йылдың 19 ноябрендә) уның тол ҡатыны император ҡатын Елизавета Алексеевна элеккесә Карантинға барып йөрөй. Уның күптән түгел император менән бергә ял иткән ярлау өҫтөндәге эскәмйәлә ултырған кәүҙәһен күрәләр.
|
үҙгәртеү