Аҡ май — версиялар араһындағы айырма

4 байт алынған ,  4 года назад
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
[[Файл:Antoine Vollon - Mound of Butter - National Gallery of Art.jpg|thumb|Антуан Воллон, «Май киҫәге»]]
 
Ашамлыҡ булараҡ, аҡ май юғары энергетик ҡиммәткә эйә, калориялы (традицион май — 748 ккал / 100 г), организм тарафынан еңел үҙләштерелә (91 %). Төп физик параметрҙар: иретеү температураһы 32-35 °C, ҡатыу температураһы 15-24 °C, сағыштырма яныу йылылығыудельная 32,7 МДж/кг.
 
Аҡ май составына һөттә булған аҡһым, углеводтар (кислород һәм водородтан торған тереклек өсөн кәрәкле органик берләшмәләр), ҡайһы бер һыуҙа ирей торған витаминдар, минераль матдәләр һәм һыу (был майһыҙ өлөшө плазма тип атала) бар. Аҡ май составында A витамины (уртаса 0,6 мг%) һәм D витамины (йәйгеһендә 0,002-0,008 мг%, ҡышҡыһында 0,001-0,002 мг%). Йәйге майҙа шулай уҡ каротин (0,17-0,56 мг%) бар. Аҡ майҙа токоферолдар (2-5 мг%), шулай уҡ транс-май (до 8 мг%) һәм холестерин бар.
Майҙың массовый өлөшө менән бәйле, майҙа файҙаланыу мөмкин тип иҫәпләнә:
* Традицион, Һәүәҫкәр һәм Крәҫтиән майында — аш тоҙо, ашамлыҡ буяуы (каротин), бактериаль препараттар, әсегән һөт микроорганизмдары концентратын файҙаланыу .
* Бутерброд һәм Сәйсәй майында — ашамлыҡ буяуы каротин, ароматизаторҙар, A, D, E витаминдары, консерванттар, стабилизаторҙар, консистенциялар һәм эмульгаторҙар, бактериаль препараттар һәм әсегән һөт микроорганизмдары концентраты.
'''Тултырылған''' майҙы, тәм һәм аромат бирә торған сифатта какао, бал, ванилин һәм шәкәр, натураль емеш-еләк һуттары өҫтәлгән, яңы ҡаймаҡтан яһайҙар.
 
Дөйөм баһаһы 11 баллдан кәм булған май сауҙаға сығарылырға тейеш түгел.
 
Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) 2005 йылда, йөрәк ауырыуҙары ҡурҡынысын кәметеү маҡсатында составында май миҡдары юғары булған аҡ май һәм һөт аҙыҡтарын ҡулланыуҙы кәметергә тигән тәҡдим индергән. Сәләмәт кешегә аҡ майҙың тәүлек нормаһы 10 грамм тәшкил итә. Врачтарҙың көндәлек рационда аҡ майҙы аҙ күләмдә ҡулланыу тәҡдиме аҡ май составында булған һөт майын саманан тыш артыҡ ҡулланыуҙан холестерин кимәле һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары ҡурҡынысы күтәрелә. Аҡ майҙа холестерин миҡдары — 200 мг / 100 г тирәһе (мөмкин булған тәүлек нормаһы 300 мг).
 
== ГОСТ-ар, ОСТ-ар, ТУ, ТР ==
11 547

үҙгәртеү