Даниель Дефо: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
17 юл:
 
Даниель Дефо [[1731]] йылдың [[24 апрель|24 апрелендә]] Лондонда вафат була.
 
== «Робинзон Крузо» ==
59 йәшендә (1719 йыл) Даниэль Дефо үҙенең ижад ғүмерендәге беренсе һәм иң яҡшы романын баҫтырып сығара - «Йорк диңгеҙсеһе Робинзон Крузоның үҙе тарафынан һөйләнгән тормошо һәм сәйер, ғәжәйеп мажаралары» (ҡыҫҡаса - «Робинзон Крузо»).
 
Романды әҙип ысынбарлыҡта булған хәлгә нигеҙләнеп яҙа: 1704 йылда шотланд диңгеҙсеһе Александр Селькирк капитан менән ыҙғыша һәм әҙ генә аҙыҡ-түлек һәм ҡорал алып таныш булмаған ярҙа төшөп ҡала. Аҙаҡтан беленеүенсә, ул Тымыҡ океандағы Хуан Фернандес утрауы булып сыға, Селькирк шунда дүрт йылдан ашыу яңғыҙ тормош алып бара, һуңынан уны Вудс Роджерс командалыҡ иткән карап ҡотҡара.
 
Әммә Селькирк утрауҙа ҡырағайға әйләнеп бөтә, ә Робинзон Крузо рухи яңырыу кисерә. Варварлыҡтан (һунар һәм аҙыҡ йыйыусылыҡтан) ул цивилизацияға күсә (игенселек, малсылыҡ, һунар, ҡол биләүселек).
 
== Һылтанмалар ==