Артур Мейчен: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
24 юл:
[[1881]] йылдан алып ул әҙәби эшмәкәрлеккә тотона. Тәүҙә тәржемәсе була. Тәүге баҫылған тәржемәһе — Маргарита Наваррскаяның «Гептамерон» әҫәре. Һуңғараҡ Мейчендың тәржемәһендә Казанованың мемуарҙары, Вевилдең әҫәрҙәре һ. б. сыға. 1884—1889 йй. ул төрлө нәшриәттәрҙә тәржемәсе генә түгел, рецензент, мөхәррир, каталоглаштырыусы булып эшләй. Ошо мәлдә Артур Мейчен әҙәби мөхиттә һирәк китаптар һәм ҡулъяҙмалар белгесе булараҡ таныла. [[1887]] йылда ул Лондон богемаһы араһында күп дуҫ әҙәбиәтселәре булған, театрға мөкиббән ғашиҡ музыка уҡытыусыһы Эмили «Эми» Хогг менән өйләнешә. Бер айҙан әҙиптең атаһы, улына саманан тыш күп түгел, әммә яҙыусылыҡ менән шөғөлләнеп йәшәрлек мираҫ ҡалдырып үлеп китә. Эми Мейченды яҙыусы һәм мистик Артур Уэйт менән таныштыра, улар дуҫлаша. Мейчендарҙың әҙәби таныштарынан яҙыусылар Эдгар Джепсон һәм Мэтью Фипс Шил була.
 
Мейчендың үҙенсәлекле әҫәрҙәре инглиз Неоромантизмы йоғонтоһонда яҙыла. [[1890]] йылдан алып Роберт Льюис Стивенсон стилендәге ҡыҫҡа хикәйәләре менән матбуғатта күренә башлай. Тәүге уңыш яҙыусыға «Бөйөк алла Пан» (''Great God Pan'') повесы баҫылғас килә ([[1894]]). Был әҫәр енси боҙоҡлоҡтарға «асыҡ» ишараһы менән консервтивконсерватив йәмғиәттең асыуын ҡабарта. Китап шунда уҡ һатылып бөтә, икенсе баҫмаһы ла тиҙ тарала, бынан тыш, Мейченға Оскар Уайльд иғтибар итә, уны үҙ таныштары араһына индерә. Китаптың тышлығын билдәле рәссам Обри Бердслей биҙәй. Был әҫәрҙән һуң Мейчен үҙенең «хикәйәләрҙән роман»ын — «Ялған исемле өсәү» (''The Three Impostors'') баҫтыра. Ул сюжеттары үҙ-ара үтә хикмәтле итеп үрелгән новеллаларҙан тора. Был китап Мейчендың ижадында иң яҡшыларҙан һанала; һуңынан ул уның дауамын яҙа («Ҡыҙыл Ҡул» детектив-мистик романы). Ошо уҡ йылдарҙа ул «Серле яҡтылыҡ» (1894) һәм «Балҡыусы пирамида» ([[1895]]) повестарын ижад итә.
 
[[1899]] йылда Эми вафат була. Мейчен төшөнкөлөккә бирелә, маҡсатһыҙ урам ҡыҙырып йөрөй. Шул осорҙа дуҫы Артур Эдвард Уэйт ярҙамы менән ул Алтын Шәфәҡ Ордены исемле серле ойошмаға ҡушыла. [[1903]] йылда Орден тарҡалғас, Мейчен күпмелер ваҡыттан был рәүешле ойошмаларҙан бөтөнләй ситләшә. Шул уҡ ваҡытта Мейчен сценарист булып эшләй, хатта сэр Фрэнк Бэнсондың гастролдә йөрөүсе труппаһы менән сәхнәгә лә сыға. Гастролдәр ваҡытында ул Дороти Пьюрфой Хэдлстон (1878—1947) менән таныша, ул яҙыусының икенсе ҡатыны була.