Ғүмәров Вил Бәшир улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
16 юл:
== Кәрим Булат иҫтәлектәренән ==
''Вилдең мәғәнәһеҙ, серле үлемендә, әгәр кемдер ғәйепле булһа, выждан ғазабы кисермәй булмайҙыр, әммә ул мәлдә кем тарафынандыр мәрхүмде тыуған ауылына тиҙерәк оҙатыу сараһы күрелде, тип уйлайым. Ул роман яҙыуы тураһында әйткәйне, әммә ижади архивын барлағанда, романы табылманы. Фотография менән шөғөлләнергә үтә ярата ине. Уйлағанда, ул үҙенең яңылышыуы сәбәпле генә китмәгәндер, "ярҙам итмәнеләр микән", тигән уй әле лә башҡа килә. Эйе, шағирҙың үлеме үтә лә серле булды''
 
== Ирек Агишев иҫтәлектәренән ==
''Вил ағай гәзит биттәрендә бюрократтарҙы, партократтарҙы, үҙе әйтмешләй, "туҡмарға"яратты. Вил Ғүмәров, сәнғәтме, мәҙәниәтме, сәйәсәтме, иҡтисадмы, экологиямы - бөтә темаға ла оҫта итеп яҙҙы.
"Ауыл көйө"исемле шиғырҙар йыйынтығы (1994 йыл, "Китап"нәшриәте), "Хаттат"поэмаһы (1993 йыл, 6-сы номер, "Ағиҙел") В.Ғүмәровтың үҙенсәлекле шағирҙың рухи байлығына һәм күңеленең матурлығына хайран ҡалаһың. "Хаттат"поэмаһында автор бер кемгә лә кәрәк булмаған, милләт намыҫы өсөн көрәшкән зыялы шәхестең яҙмышын һүрәтләй.''
 
== Әҙәбиәт ==