Ғүмәров Вил Бәшир улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
13 юл:
== Әмир Әминев иҫтәлектәренән ==
''Вил башҡорт, урыҫ шиғри традицияларына нигеҙләнеп үҙенең юлын тапты, дөрөҫөрәге, виртуоз жонглер һымаҡ төрлө формала ижад итә алды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙебеҙҙә уның шиғырҙарына һағайып ҡаранылар, бөтөнләй ҡабул итмәгәндәр ҙә булды. Нишләйһең, яңылыҡтың юлы һәр саҡ ҡатмарлы, ҡаршылыҡлы шул. Нескә күңелле кеше булараҡ, ижадына ҡарата булған бындай мөнәсәбәтте аңланы һәм шиғыр яҙыуҙан туҡтаны. Әлбиттә, бөтөнләй туҡтаманы, яҙҙы, әммә яҙғандарын өҫтәл тартмаһына һала барҙы — тулыһынса журналистикаға күсте. Сөнки был жанр 90-сы йылдарҙағы ҙур үҙгәрештәр алдынан тәьҫирлерәк, үтемлерәк ине. Һөҙөмтәлә Вил йәмғиәт алдында торған һәм кисекмәҫтән сиселеш көткән байтаҡ социаль, ижтимағи проблемаларҙы күтәреп сыҡты, экология мәсьәләләрен бөтә ҡырҡыулығында ҡуя алды. Башҡорт теленә дәүләт статусы биреү, Стәрлетамаҡта башҡорт телендә гәзит асыу, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу тураһында сығыштар, докладтар, урындағы власть органдарына хаттар яҙыу… Ысынлап та, уны ишеттеләр, күрҙеләр, ҡушылдылар, теләктәшлек белдерҙеләр. Сәнәғәт предприятиелары менән шыплап тултырылған Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, завод-фабрикаларҙың ағыулы ҡалдыҡтарын таҙартыу ҡоролмалары төҙөү мәсьәләһен күтәрҙе. Белеме буйынса инженер булараҡ, һәр сәнәғәт предприятиеһының технологик үҙенсәлектәрен яҡшы белә ине. Торатауға «Сода» берекмәһенең ажарлы ынтылыштарына ҡаршы әллә күпме мәҡәлә яҙҙы, радионан, телевидениенан сығыш яһаны, һүҙе үтемлерәк булһын өсөн РСФСР халыҡ депутаты булырға ла тырышып ҡараны. Үткәрмәнеләр. Ҡурҡтылар. Сөнки власть башында тороусылар өсөн ул уңайһыҙ, гел генә проблемалар тыуҙыра торған кеше ине''.
 
== Кәрим Булат иҫтәлектәренән ==
''Вилдең мәғәнәһеҙ, серле үлемендә, әгәр кемдер ғәйепле булһа, выждан ғазабы кисермәй булмайҙыр, әммә ул мәлдә кем тарафынандыр мәрхүмде тыуған ауылына тиҙерәк оҙатыу сараһы күрелде, тип уйлайым. Ул роман яҙыуы тураһында әйткәйне, әммә ижади архивын барлағанда, романы табылманы. Фотография менән шөғөлләнергә үтә ярата ине. Уйлағанда, ул үҙенең яңылышыуы сәбәпле генә китмәгәндер, "ярҙам итмәнеләр микән", тигән уй әле лә башҡа килә. Эйе, шағирҙың үлеме үтә лә серле булды''
 
== Әҙәбиәт ==