Артур Мейчен: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
23 юл:
 
[[1881]] йылдан алып ул әҙәби эшмәкәрлеккә тотона. Тәүҙә тәржемәсе була. Тәүге баҫылған тәржемәһе — Маргарита Наваррскаяның «Гептамерон» әҫәре. Һуңғараҡ Мейчендың тәржемәһендә Казанованың мемуарҙары, Вевилдең әҫәрҙәре һ. б. сыға. 1884—1889 йй. ул төрлө нәшриәттәрҙә тәржемәсе генә түгел, рецензент, мөхәррир, каталоглаштырыусы булып эшләй. Ошо мәлдә Артур Мейчен әҙәби мөхиттә һирәк китаптар һәм ҡулъяҙмалар белгесе булараҡ таныла. [[1887]] йылда ул Лондон богемаһы араһында күп дуҫ әҙәбиәтселәре булған, театрға мөкиббән ғашиҡ музыка уҡытыусыһы Эмили «Эми» Хогг менән өйләнешә. Бер айҙан әҙиптең атаһы, улына саманан тыш күп түгел, әммә яҙыусылыҡ менән шөғөлләнеп йәшәрлек мираҫ ҡалдырып үлеп китә. Эми Мейченды яҙыусы һәм мистик Артур Уэйт менән таныштыра, улар дуҫлаша. Мейчендарҙың әҙәби таныштарынан яҙыусылар Эдгар Джепсон һәм Мэтью Фипс Шил була.
 
Мейчендың үҙенсәлекле әҫәрҙәре инглиз Неоромантизмы йоғонтоһонда яҙыла. [[1890]] йылдан алып Роберт Льюис Стивенсон стилендәге ҡыҫҡа хикәйәләре менән матбуғатта күренә башлай. Тәүге уңыш яҙыусыға «Бөйөк алла Пан» (''Great God Pan'') повесы баҫылғас килә ([[1894]]). Был әҫәр енси боҙоҡлоҡтарға «асыҡ» ишараһы менән консервтив йәмғиәттең асыуын ҡабарта. Китап шунда уҡ һатылып бөтә, икенсе баҫмаһы ла тиҙ тарала, бынан тыш, Мейченға Оскар Уайльд иғтибар итә, уны үҙ таныштары араһына индерә.