Надир Ураҙмәтов: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
23 юл:
1719 йылға тиклем [[Иҫке Супты|Супты]] ауылында (хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Саҡмағош районы]]ның [[Иҫке Супты]] ауылы) йәшәй. Дини белем алған, [[Ғәрәп теле|ғәрәп]] һәм [[Урыҫ теле|урыҫ]] телдәрен белгән һәм йыш ҡына тәржемәсе сифатында һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашҡан<ref name="Зайнетдинов Э., Верещагин А.">{{статья|автор =[[Зәйнетдинов Энгель Әхмәт улы|Зайнетдинов Э.]], Верещагин А.|заглавие =Надыр Уразметов — основатель нефтяного дела на башкирских землях|ссылка = http://vatandash.ru/index.php?article=2129|издание = [[Ватандаш (журнал)|Ватандаш]]|год = 2012|номер = 4|issn = 1683-3554}}</ref>.
 
Риүәйәттәргә ярашлы, Надир Ураҙмәтовтың ата-бабаларының хеҙмәте [[Ҡазан ханлығы|Ҡазан]] һәм [[Себер ханлығы|Себер]] ханлыҡтарының хакимдары тарафынан юғары баһаланған. Ә ата-бабалары ''Хәсән'' һәм ''Хөсәйен'' тархандарына урыҫ батшаһы [[Зәй (йылға)|Зәй]], [[Кисеү]], [[Суҡ]] һәм [[Шишмә (йылға, Татарстан)|Шишмә]] йылғалары районындағы киң биләмәләрҙе бүлеп биргән. Һуңыраҡ батша [[Пётр I]] был «буш ерҙәрҙе», 1695—1696 йылдарҙағы «Ҡырым һәм Азов яуҙарында әүҙем ҡатнашҡаны һәм патриотизм күрһәткәне өсөн», Надирҙың атаһы ''Ураҙмәт Тутешев'' артынан нығыта. Артабан мираҫ буйынса был ерҙәр Надир Ураҙмәтовҡа күсә, әммә уның атаһы был биләмәләрҙе юридик рәүештә рәсмилләштереп өлгөрмәгән була. 1719 йылда ғаиләһе менән [[Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы]]ндағы ошо «буш ерҙәр»гә күсеп килә. Суҡ буйындағы ''Надир'' ауылында (хәҙерге [[Һамар өлкәһе]] [[Сергиевск]] ҡалаһының районы) йәшәй<ref name="Зайнетдинов Э., Верещагин А."/>. [[Минзәлә]] башҡармаһы старшинаһы була<ref name="ЭБЭ2013"/>.
[[File:Шежере Надыра Уразметова.jpg|thumb|Старшина Надир Ураҙмәтов шәжәрәһе]]
1719 йылда батша Пётр I тарафынан «Тау иреге» указы иғлан ителгәндән һуң, әүҙем рәүештә айҙалы ҡаҙылмалар эҙләү эше менән шөғөлләнә башлай. XVIII быуаттың 20-се йылдарында [[тимер]] мәғдәне, «йәшел таш»<ref>Составында [[баҡыр]] булған мәғдән</ref> ятҡылыҡтарын аса. Әммә уның [[тимер]] һәм [[баҡыр]] рудниктарын теркәү, шулай уҡ 1729 йылда [[Еҙем]] йылғаһы буйында тимер-крич заводын төҙөүгә рөхсәт алыу ынтылыштары уңышһыҙ тамамлана. Шуға ҡарамаҫтан, [[Өфө провинцияһы]]ның төрлө райондарында файҙалы ҡаҙылмалар эҙләүҙе дауам итә. Суҡ, Шишмә һәм Зәй йылғалары районында күп [[нефть]] һәм битуминозлы тоҡомдар сығыу урындарын таба һәм уларҙы һата башлай. Төбәктәге властар был эште рәсмиләштереүҙе талап итәләр. 1729 йылда Надир Ураҙмәтов ерҙе биләү хоҡуғына мира документтарын рәсмиләштереү һәм нефть сығарыу һәм табыуға рөхсәт алыу маҡсатында [[Санкт-Петербург]]ҡа килә. Бында уны батша һарайы яныдағы башҡорт илселеге составына индерәләр. Властарға ҡарата лояль кеше булараҡ, император [[Пётр II]] хөкүмәтенән ер мәсьәләһе буйынса яҡлау таба<ref name="Зайнетдинов Э., Верещагин А."/>. 1729 йылғы Берг-коллегия указына ярашлы, Өфө провинцияһында һәм күрше биләмәләрҙә файҙалы ҡаҙылмалар эҙләргә, үҙ ерендә тимер етештереү заводтары төҙөргә рөхсәт ала, хәрби һәм ылау йөкләмәләренән азат ителә<ref name="ЭБЭ2013"/>.