Өфө дәүләт авиация техник университеты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Ҡаҙаныштары: өҫтәмә мәғлүмәт
19 юл:
 
== Ҡаҙаныштары ==
* 2017 йылдың ғинуарында Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йорто иҫәбендә Өфө дәүләт авиация техник университеты студент берләшмәләре эшмәкәрлеген үҫтереү программаларын һайлап алыу конкурсында еңеүсе булды<ref>[http://www.bashinform.ru/bash/949652/ Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары Рәсәй Мәғариф министрлығының студент берләшмәләрен үҫтереүгә гранттар отто. {{Башинформ}}, 2017, 25 ғинуар]{{V|26|01|2017}}</ref>.
* Өфө дәүләт авиация техник университеты Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән ғилми проекттар һайлап алыу конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде. 2017 йылда вуз алты проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн ярҙам аласаҡ. Улар иҫәбендә: компьютер моделләү ысулдары менән супрамолекулаларҙың физик-химик үҙенсәлектәрен һәм күләмле наноструктуралы материалдарҙы өйрәнеү һәм фаразлау; гибридлы көс ҡулайламалары булған автономлы объекттар өсөн перспективалы электр механикаһы үҙгәрткестәрен тикшереү, әҙерләү һәм индереү; бүленгән дифференциаль алым нигеҙендә төрлө составлы нефть-газ ятҡылыҡтары коллекторҙарында фильтр аша үтеү процесын математик һәм компьютер моделләү; шыйыҡ һәм газ хәлендәге углеводородтарҙы сығарыу, ташыу, эшкәртеү һәм ҡулланыу процестарын көсәйтеү өсөн илебеҙҙәге нефть-химия сеймалынан реагенттар, реактивтар һәм материалдар эшләүҙең ғилми нигеҙҙәрен уйлап табыу; үтә ваҡ ярмалы мартенлы ҡорос төҙөлөшө һәм үҙенсәлектәре; газ турбиналы двигатель деталдәре өсөн юғары талығыу сифаттары хас булған үтә ваҡ ярмалы титан иретмәләре<ref>[http://www.bashinform.ru/bash/942869/ Өфөнөң юғары уҡыу йорттары ғилми проекттар һайлап алыу конкурсында еңде. {Башинформ}}, 2017, 12 ғинуар]{{V|12|01|2017}}</ref>.
* 2016 йылда Өфө дәүләт авиация техник университеты [[Рәсәй]]ҙең иң яҡшы 60-тан ашыу вузы исемлегенә инде<ref>[http://www.bashinform.ru/bash/919845/ Башҡортостандың ике университеты илдең иң яҡшы вуздары исемлегенә инде. {{Башинформ}}, 2016, 10 ноябрь]{{V|10|11|2016}}</ref>.