Колбаса: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
11 юл:
Тоҙланған фарштан әҙерләнә. Уларҙы Цельсий буйынса 80 ° (C) температурала бешерәләр. Бешерелгән колбасаларҙа күп миҡдарҙа соя, һәм соя менән бергә ит урынына сейтан ҡушылған, вегетариан, да булыуы мөмкин. Күп миҡдарҙа һыу ҡушылғанлыҡтан, оҙаҡ һаҡлап булмай.
 
Бешерелгән колбасала 10—15 % аҡһым, 20—30 % май липиды бар, энергетик ҡиммәте — 100 грамында 220—310220–310 ккал.
 
Доктор колбасаһы — Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә популяр булған бешерелгән колбаса сорты.
18 юл:
Башта бешерәләр, ә һуңынан ыҫлайҙар. Ыҫланғанына бешерелгән колбасаға ҡарағанда тәмләткестәр күберәк ҡушыла. Бешерелгән колбасаға (унда ҡушылған фарш бер төрлө массаны кәүҙәләндерә) ҡарағанда, бешереп ыҫланған кобасалар айырым размерҙағы ваҡ киҫәктәрҙән тороуы мөмкин. Өҫтәлмәләр сифатында һөт, ҡаймаҡ, он, шпик һәм крахмал файҙаланыла.
 
Бешереп ыҫланған колбасала 10—17 % аҡһым, 30—40 % май, уларҙың энергетик ҡиммәте — 100 грамына 350—410350–410 ккал, ә һыуытҡыста һаҡлау срогы — 15 тәүлектән артыҡ түгел.
 
=== Ярым ыҫланған колбаса ===
26 юл:
Иҫкергән атамаһы — ''ҡаты ыҫланған''. Сейләтә ыҫланған колбасалар юғары температурала термик эшкәртелмәй, һыуыҡ ыҫлау 20—25 градуста башҡарыла, ит ферментлаштырыла һәм дымһыҙландырыла. Сейләтә ыҫланған колбасаларҙың өлгөрөүе 30—40 тәүлектән дә кәм булмай. Сейләтә ыҫланған колбасалар тәмләткестәргә иң байы, шулай уҡ уларға коньяк та ҡушыла. Яңы технология буйынса колбаса 21 йә унан аҙыраҡ көндә өлгөрә. Был глюкон-дельта-лактона (ГДЛ, аҙыҡ өҫтәмәләре E575) — водород күрһәткестәренә (pH) тәьҫир итеүсе кислота иҫәбенә, шулай уҡ старт культуралар — йышыраҡ рецептураға индерелгән шәкәр менән туҡланған әсетке микроорганизмдар иҫәбенә өлгәшелә. Улар йәшәү өсөн кәрәкле продуктыларҙы бүлеп сығарыу иҫәбенә ферментациялана.
 
Сейләтә ыҫланған колбасала 13—28 % аҡһым, май — 28—5728–57 %, энергетик ҡиммәте — 100 грамында 340—570340–570 ккал.
 
=== Сейләтә ҡаҡланған колбасалар ===
34 юл:
Ливер колбасаһы<ref>ГОСТ Р 54646-2011</ref> башлыса бешерелгән субпродукттарҙан (бауыр, ит киҫәктәре һәм башҡанан) әҙерләнә; шулай уҡ йомортҡалар (йомортҡа колбасаһы), йәшелсәләр, һөт, аҡ май һәм башҡа өҫтәлмәләр файҙаланылыуы мөмкин. Ливер колбасаһы башҡа колбасаларҙан пастаға оҡшаған консистенцияһы менән һәм фаршының да, тышлығының да һоро йәки аҡ-һоро төҫө менән айырыла.
 
Рәсәйҙә ливер колбасалар, мускул туҡымаһы менән бәйләп алғанда, 3 категорияға бүленә: А (40%-тан артыҡ), Б (20 % -тан 40 %-ҡа саҡлы) һәм В (20%-тан кәм).
 
Ливер колбасаһы составында 10—18 % аҡһым, 12—44 % май бар; уның энергетик ҡиммәте — 100 грамында 196—444 ккал. Натураль тышлыҡ эсендәге ливер колбасаһының һаҡлау срогы сағыштырмаса аҙ, 3 тәүлектән кәмерәк; әммә вакуум ҡаптар йәки модификацияланған атмосфералы ҡаптар ҡулланғанда, шулай уҡ колбаса составында консерванттар булған өсөн, һаҡлау срогы 30 тәүлеккә тиклем дауам итә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Колбаса» битенән алынған