Рәшит Ниғмәти: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Рәшит Ниғмәти''' (ысын исеме '''Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин''')- башҡорт ша…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Рәшит Ниғмәти''' (ысын исеме '''Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин''')- — башҡорт шағиры, тәржемәсе, драматург. Башҡорт әҙәбиәте классигы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1959). 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
== Тормошо һәм ижады ==
Рәшит Ниғмәти 1909 йылдың 27 ғинуарында хәҙергә Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы Диңгеҙбай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1916 - 19181916—1918 йылдарҙа мәҙрәсәлә белем ала. Йәшләй етем ҡала: 1918 йылда әсәһе, 1921 йылда атаһы үлә. Етем ҡалғас, Һамар, Украина балалар йорттарында тәрбиәләнә. 1924 йылда Өфөгә килә һәм Ленин исемендәге мәктәпкә урынлаша. 1930 йылда Өфө рабфагын тамамлай. 1931 йылдан Туймазы районының «Ленин юлы» гәзитендә эш башлай. 1933 - 19361933—1936 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта хәрби хеҙмәттә була, шунан ҡабат Туймазы районына эшкә ҡайта.
17 йәшенән шиғыр яҙа башлай. 30-сы йылдарҙа шиғырҙары танылыу ала. 1933 йылда «Кереш» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы сыға. 1938 йылда Яҙыусылар союзына алына, унда яуаплы сәркәтип эшенә тәғәйенләнә. Китап нәшриәтендә мөхәррир була. «Дауылдар тыуҙырған ғүмер», «Йәмле Ағиҙел буйҙары», «Минең баҡсала» шиғырҙар һәм поэмлар йыйынтыҡтары башҡорт халҡының 20-30-сы йылдарҙағы тормошона арналған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Өфөнән алыҫ түгел Алкин ауылында сапер эшенә өйрәтеүсе итеп тәғәйенләнә. 1943 йылда Башҡорт атлы дивизияһына барғас, үпкәһе шешеп ауырый. Өфөлә госпиталдә дауалана, хәрби хеҙмәттән бушатыла.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙылған «Һинең кәләшеңдең хаттары» поэмаһы авторға ил кимәлендә билдәлелек килтерә. Шулай уҡ ошо йылдарҙа «Башҡортостан һүҙе» поэмаһы, «Мөхәббәт һәм нәфрәт» шиғри йыйынтығы донъя күрә һәм уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителә.