Таба — версиялар араһындағы айырма

1 байт алынған ,  4 года назад
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә (removed Category:Таба using HotCat)
[[Файл:Pfanne (Gusseisen).jpg|thumb|Таба]]
[[Файл:Koekenpan.jpg|thumb|Аҙыҡ көймәй торған таба ]]
'''Таба''' — ризыҡ ҡурыу, ҡыҙҙырыу өсөн тәғәйенләнгән һауыт. Ғәҙәттә түңәрәк була. Һаплы, бер-йәки ике тотҡосло булыуы мөмкин. [[Суйын]]дан, тутыҡмаҫ [[ҡорос]]тан йәки эмаль менән ҡапланған ҡоростан, [[алюминий]]ҙан, керамиканан һ.б. и материалдарҙан эшләнә. Төрлө материалдарҙан, ҡурған саҡта май сәсрәмәһен өсөн селтәрләп эшләнгән ҡапҡастары ла була. Һуңғы йылдарҙа быяла ҡапҡастар киң ҡулланыла.
 
Тарихтан күренеүенсә, табаны башҡа материалдарҙан да эшләгәндәр. Мәҫәлән, грузиндарҙың кэци ({{lang-ka|კეცზე}}) тип аталған табаһы балсыҡтан йә таштан (талькохлорита) яһалған.
 
Башҡорттар таба икмәге бешергәндәр (тәбикмәк), ҡурмас ҡурғандар.<ref>http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/read/8-statya/4945-ikm-k</ref>.
 
Таба шулай уҡ үлсәү берәмеге булараҡ та ҡулланылған. Мәҫәлән, ''бер таба ҡурмас'' , ''өс таба балыҡ'' , ''бер оло таба ҡурған бәрәңге''"<ref> Башҡорт теленең һүҙлеге. — Мәскәү, 1993, 2-се том, 290-сы бит</ref>
 
Хәҙерге заман табалары йыш ҡына ''политетрафторэтилен'' («тефлон») менән ҡапланған була, ул ризыҡты көйөп китеүҙән һаҡлай тип һанала, тик был һәр саҡта ла дөрөҫлөккә тап килмәй.
 
=== Быҡтырғыс (Сотейник) ===
Быҡтырғыс — кәстрүл урынына ла, таба урынына ла тотонола ала торған һауыт. Уның ярҙамында төрлө ризыҡ әҙерләп була. Ғәҙәттә, ризыҡты һутлы итеп әҙерләгәргә кәрәк булғанда файҙаланалар. ТөбөләТөбө лә, ҡыры ла ярайһы ҡалын була, шуның өсөн аҙыҡ тигеҙ генә бешә. Быҡтырғыстар бар төр мейестәргә, духовкаларға ла яраҡлы<ref>[http://www.goodhouse.ru/home/good_house/339906/#ixzz2CHCsvRIS/ Кухонный арсенал] // Goodhouse.ru</ref>.
 
=== Вок-таба (Соҡор таба) ===
Азия аш-һыуы көнкүрешебеҙгә ныҡлап инә барғанлыҡтан, ҡытай милли табаһы ла ҡулланыла башланы. Ярайһы тәрән, сөм соҡор төплө түңәрәк таба. Уның ярҙамында бар төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин: быҡтырырға, бешерергә, ҡурырға, элмәле рәшәткәһе ярҙамында хатта быуҙа ла бешерергә була. Вок табала бешергәндә туҡтауһыҙ болғатып торорға кәрәк, аҙыҡ һәр саҡ ут иң ҡыҙыу тейгән ергә, соҡорға йыйылып ҡына бара. Табаның төп тәғәйенләнеше — төрлө ҡушылмаларҙы тиҙ генә ҡурып алыу. Ҡытайҙар унда башлыса дөгө йәки йәшелсә, ит, диңгеҙ ризыҡтары ҡушылған [[туҡмас]] әҙерләй.
 
=== Ҡоймаҡ табаһы ===
Ҡоймаҡлыҡ — ҡамырҙы тимер көрәксектәр ярҙамында тиҙ генә тигеҙләп ебәреп була торған таба. Ҡоймаҡ табаларының сите тәпәшәк (1 см тирәһе) була, ҡул бешмәһен өсөн һабын оҙон итеп эшләйҙәр. Ҡоймаҡ тигеҙ бешһен өсөн төбө ҡалын итеп эшләнә.
 
== Таба менән бәйле һүҙҙәр ==
 
== Таба фольклорҙа һәм әҫәрҙәрҙә ==
* Ҡоймаҡ тәмле тип табаны ялап булмай ''(мәҡәл)''.
* Айбулат… бер таба сөсө икмәк алып китте — Һ. Дәүләтшина, «Ырғыҙ» романы.<ref> Башҡорт теленең һүҙлеге. — Мәскәү, 1993, 2-се том, 290-сы бит</ref>.
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
11 547

үҙгәртеү