Таба: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{значения}} {{значения|Сковородка (значения)}} Файл:Pfanne (Edelstahl).jpg|thumb|Стальная ск…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

16:41, 22 ғинуар 2017 өлгөһө

Таба — ризыҡ ҡурыу, ҡыҙҙырыу өсөн тәғәйенләнгән һауыт. Ғәҙәттә түңәрәк була. Һаплы, бер-йәки ике тотҡосло булыуы мөмкин. Суйындан, тутыҡмаҫ ҡоростан йәки эмаль менән ҡапланған ҡоростан, алюминийҙан, керамиканан һ.б. и материалдарҙан эшләнә. Төрлө материалдарҙан, ҡурған саҡта май сәсрәмәһен өсөн селтәрләп эшләнгән ҡапҡастары ла була. Һуңғы йылдарҙа быяла ҡапҡастар киң ҡулланыла.

Стальная сковорода
Сковорода
Сковорода с антипригарным покрытием

Тарихтан күренеүенсә, табаны башҡа материалдраҙан да эшләгәндәр. Мәҫәлән, грузиндарҙың кэци (груз. კეცზე) тип аталған табаһы балсыҡтан йә таштан (талькохлорита) яһалған.

Хәҙерге заман табалары йыш ҡына политетрафторэтилен («тефлон») менән ҡапланған була, ул ризыҡты көйөп китеүҙән һаҡлай тип һанала, тик был һәр саҡта ла дөрөҫлөккә тап килмәй.

Таба төрҙәре

Ҡурғыс

Ҡурғыс — киң төплө, ике тотҡосло таба, ул мейестә (духовкала), плитә өҫтөндә бешереүгә лә яраҡлы [1]. Ғәҙәттә тутыҡмаҫ ҡоростан яһала, төбө йылылыҡты тигеҙ бүлә. Тотҡостары утта ҡыҙмай. Ит, балыҡ, йәшелсә быҡтырыу, ҡурыу өсөн ҡулланыла, тотҡостары бәләкәй булғанлыҡтан, ҙур булмаған духовкаға ла һыя.

Быҡтырғыс (Сотейник)

Быҡтырғыс — кәстрүл урынына ла, таба урынына ла тотонола ала торған һауыт. Уның ярҙамында төрлө ризыҡ әҙерләп була. Ғәҙәттә, ризыҡты һутлы итеп әҙерләгәргә кәрәк булғанда файҙаланалар. Төбөлә, ҡыры ла ярайһы ҡалын була, шуның өсөн аҙыҡ тигеҙ генә бешә. Быҡтырғыстар бар төр мейестәргә, духовкаларға ла яраҡлы [2].

Вок-таба (Соҡор таба)

Азия аш-һыуы күнкүрешебеҙгә ныҡлап инә барғанлыҡтан, ҡытай милли табаһы ла ҡулланыла башланы. Ярайһы тәрән, сөм соҡор төпло түңәрәк таба. Уның ярҙамында бар төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин: быҡтырырға, бешерергә, ҡурырға, элмәле рәшәткәһе ярҙамында хатта быуҙа ла бешерергә була. Вок табала бешергәндә туҡтауһыҙ болғатып торорға кәрәк, аҙыҡ һәр саҡ ут иң ҡыҙыу тейгән ергә, соҡорға йыйылып ҡына бара. Табаның төп тәғәйенләнеше - төрлө ҡушылмаларҙы тиҙ генә ҡурып алыу. Ҡытайҙар унда башлыса дөгө йәки йәшелсә, ит, диңгеҙ биргән ризыҡ төрҙәре ҡушылған туҡмас әҙерләй

Ҡоймаҡ табаһы

Ҡоймаҡлыҡ — ҡамырҙы тимер көрәксектәр ярҙамында тиҙ генә тигеҙләп ебәреп була торған таба. Ҡоймаҡ табаларының сите тәпәшәк (1 см тирәһе) була, ҡул бешмәһен өсөн һабын оҙон итеп эшләйҙәр. Ҡоймаҡ тигеҙ бешһен өсөн төбө ҡалын итеп эшләнә



Шулай уҡ ҡара

Иҫкәрмәләр