Артур Мейчен: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
22 юл:
Артур Мейчен 1863 йылдың 3 мартында Уэльстың Монмутшир графлығы Кайрлеон ҡалаһында рухани ғаиләһендә тыуған. [[1874]] йылда мәктәпкә уҡырға инә, әммә, аҡса етешмәгәнлектән, ата-әсәһе малайҙы унан алырға мәжбүр була. Артур күп ваҡытын атаһының китапханаһында үткәрә. Уға айырыуса Де Квинсиҙың «Әфиүн тартыусының иҡрар итеүе», [[Мең дә бер кисә|«Мең дә бер кисә»]] әкиәттәре һәм Вальтер Скоттың әҫәрҙәре ныҡ тәьҫир итә. Ҡыҫынҡы матди хәл яҙыусы өсөн мәңге ауыр мәсьәлә булып тора, ғүмере буйы тиерлек ул ярлылыҡ менән көрәшергә мәжбүр була. Улы белем ала алһын өсөн атаһы Джон Эдвард Джонс малайҙың фамилияһын Мейченға — әсәһе яғынан өләсәһенең фамилияһына үҙгәртә. Шуға рәхмәт йөҙөнән өләсәһе ейәненең уҡыуына түләргә риза була. [[1880]] йылда Мейчен [[Лондон|Лондондағы]] Король медицина колледжына инеп ҡарай, әммә уңышһыҙлыҡҡа тарый.
 
[[1881]] йылдан алып ул әҙәби эшмәкәрлеккә тотона. Тәүҙә тәржемәсе була. Тәүге баҫылған әҫәретәржемәһе — Маргарита Наваррскаяның «Гептамерон»ы әҫәре. Һуңғараҡ Мейчендың тәржемәһендә Казанованың мемуарҙары, Вевилдең әҫәрҙәре һ. б. сыға. 1884—1889 йй. ул төрлө нәшриәттәрҙә тәржемәсе генә түгел, рецензент, мөхәррир, каталоглаштырыусы булып эшләй. Ошо мәлдә Артур Мейчен әҙәби мөхиттә һирәк китаптар һәм ҡулъяҙмалар белгесе булараҡ таныла. [[1887]] йылда ул Лондон богемаһы араһында күп дуҫ әҙәбиәтселәре булған, театрға мөкиббән ғашиҡ музыка уҡытыусыһы Эмили «Эми» Хогг менән өйләнешә. Бер айҙан әҙиптең атаһы, улына саманан тыш күп түгел, әммә яҙыусылыҡ менән шөғөлләнеп йәшәрлек мираҫ ҡалдырып үлеп китә. Эми Мейченды яҙыусы һәм мистик Артур Уэйт менән таныштыра, улар дуҫлаша. Мейчендарҙың әҙәби таныштарынан яҙыусылар Эдгар Джепсон һәм Мэтью Фипс Шил була.