Себер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
313 юл:
<blockquote>1483 йылда Иван III ҡушыуы буйынса мәскәү «һыу караптары ғәскәренең» («судовой рати») Көнбайыш Себергә ҙур походы ойошторола. Пельм (Свердловск өлкәһе Гарин районы) эргәһендә вогулдарҙы (мансы) ҡыйратып, ғәскәр Тобол ҡушылдығы Тавда йылғаһы, һуңынан Тура һәм Иртыш йылғалары буйлап, Иртыштың Обь йылғаһына ҡойған еренә тиклем барып еткән. Был поход һөҙөмтәһендә вогул кенәздәренең Бөйөк Мәскәү кенәзлегенән вассал бойондороҡлолоғо барлыҡҡа килгән һәм Иван III Бөйөк Югор кенәзе, Кондин һәм Обдор кенәзе тигән титулдарға лайыҡ булған<ref>Каргалов В. В. Московские воеводы XVI—XVII вв.</ref>.</blockquote>
 
Алтын Урҙа тарҡалғас, 1495 йылдар тирәһендә, урындағы Тайбуғ кенәз быуындарытоҡомдары – тайбуғиндар һәм сыңғыҙсылар нәҫеленән булған Мөхәммәт Шейбани хан быуындарытоҡомдары – шейбанидтар араһында власть өсөн даими көрәш барған биләмәләрҙә Себер ханлығы барлыҡҡа килгән. 1555 йылда Себер ханлығы Рус батшалығы составына ингән — тайбуғин ырыуы хакимдары Едигер хан һәм уның туғаны Бекбулат Иван Яуыз (Грозный) батшаға подданлыҡҡа алыуын үтенеп мөрәжәғәт иткән һәм уның ризалығын алғас, ҡиммәтле тиреләр менән яһаҡ түләй башлай («рәсми властар», яһаҡ йыйған һәм Себер ханлығында күпмелер ваҡыт дауамында үҙҙәрен башҡа бер төрлө лә күрһәтмәгән).
 
1563 йылда үзбәк хакимының улы — шейбанид Күсем хан — дәүләт түңкәрелеше ойошторған һәм властҡа килгән. Баштараҡ ул Рәсәй дәүләте менән вассаллыҡ мөнәсәбәттәренә таянған, ләкин 1572 йылда, Ҡырым ханлығы хакимының Мәскәүгә поход ойошторғаны менән файҙаланып, ул был мөнәсәбәттәрҙе өҙгән һәм Рус батшалығына ҡаршы хәрби хәрәкәт башлаған.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Себер» битенән алынған