Зәйтүн майы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
7 юл:
Зәйтүн ағасы ҡырағай хәлдә [[Урта диңгеҙ]]ҙән төньяҡ-көнсығышҡа табан, Кесе Азияғаса осрай. Ҡасан һәм ҡайҙа иң башлап баҡса ағасына әйләндереүҙәре бәхәсле һорау. Әммә миноя цивилизацияһының сәскә атауы уның менән бәйле икәне мәғлүм<ref>F. R. Riley, «Olive Oil Production on Bronze Age Crete: Nutritional properties, Processing methods, and Storage life of Minoan olive oil», ''Oxford Journal of Archaeology'' 21:1:63-75 (2002).</ref>. Крит утрауында табылған зәйтүн майы өсөн махсус һауыттар (прото-амфоралар) беҙҙең эраға тиклем 4-се меңйыллыҡ уртаһына ҡарай.
 
Боронғо Египет зәйтүн майын Криттан һәм Ханаандан һатып алған. Был турала мәғлүмәт Эбланың архив документтарында (б.э. тиклем 3-сө меңйыллыҡ уртаһы) теркәлгән. Май ашарға аҙыҡ итеп кенә түгел, һабын эшләү өсөн һәм дини йолалар үтәү (май шәмдәре) өсөн ҡулланыла. Беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта зәйтүн майын финикийҙар Карфагендан Испания ярҙарына, ә боронғо гректар — Италияға ташый. Латинса исеме (oleum) боронғо грек теленән үҙләштерелгән — ἔλαιον.
 
Зәйтүн ағасы — гректарҙың милли ағасы<ref>http://books.google.ru/books?id=-aFtPdh6-2QC&pg=PA512</ref>. Был үҫемлекте Аҫина (Афина Паллада) уйлап тапҡан тип һанала. Аҫина ҡалаһының исеме, риүәйәт буйынса, ошо алланың исеменән алынған. Аттикала йәшәүселәр уны тоҙ сығанаҡтары менән ылыҡтырырға маташыусы Посейдондан өҫтөн күрәләр<ref>С. Б. Охотников. Никоний и античный мир Северного Причерноморья. Одесса, 1997. Стр. 155.</ref>. Зәйтүн майының (лаҙи) дауалау үҙенсәлектәрен Гиппократ та таныған. Был май менән бөтә эллин атлеттары ыуынған. Плиний, Италиянан килтерелгән майҙы өҫтөнөрәк күргән, тиҙәр…тиҙәр.
Француз Пьер-Жозеф Аморё «Traité de l’olivier» исемле китабында (Монпелье, 1784) зәйтүн ағасы һәм майы тарихы, май һығыу ысулдары тураһында тәжрибәләрҙе туплай һәм дөйөмләштерә. Хәҙерге заманда был ризыҡ тураһында мәғлүмәт Франция, Испания, Греция һәм башҡа Урта диңгеҙ буйындағы илдәрҙең махсус музейҙарында һаҡлана.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Зәйтүн_майы» битенән алынған