Себер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
318 юл:
 
1581 йылда Ермак Тимофей улы етәкселегендә 800 казактан торған отряд Көнбайыш Себергә походҡа йүнәлгән. 1582 йылдың 26 октябрендә отрядом отряды Себер ханлығы баш ҡалаһы Искер ҡалаһын яулап алған. 1583 йылда Ермак отрядына 300—400 һуғышсыһы менән кенәздәр Болховский һәм Глухов ҡушылған. 1585 йылда урындағы кешеләрҙең казактар лагерына һөжүм итеүе һөҙөмтәһендә, Ермак, йылғаға батып, һәләк булған; Себергә ҙур булмаған ғәскәре менән воеводалар Василий Сукин, Иван Мясной килгән. Улар, Чинги-Турға килеп еткәс, 1586 йылда Төмән ҡалаһына нигеҙ һалғандар. 1585 йылда воевода Мансуров Иртыш йылғаһы буйында Аҡ Урҙа территорияһында ҡаласыҡҡа нигеҙ һалған. 1591 йылда кенәз Кольцов-Мосальский Күсем хандың ғәскәрен тулыһынса ҡыйратҡан. Тап Рус батшалығы осоронда Себерҙе үҙләштереү башланған, ҡала-ҡәлғәләр: Төмән (1586), Тобольск (1587), Берёзово (Ханты-Мансы автономлы округ) Берёзов һәм Сорғот (1593), Тара (1594), Мангазея (1601), Томск (1604), Кузнецк (хәҙер Новокузнецк) (1618), Красноярск (1628) төҙөлгән.
 
=== Яңы ерҙәрҙе үҙләштереү ===
 
Күп кенә тикшеренеүселәр фекеренсә, башланғыс үҙләштереү осоронда (XVI—XVII быуаттарҙа) Себерҙә, Көньяҡ далалары кеүек, Рәсәй халҡы аҙ йәшәгән — тәүге юл һалыусылар (первопроходцы) ултыраҡ тормошҡа яраҡлы ерҙәргә килгәндәр һәм территорияларҙа нығынғандар (закрепляли). Рус подданныйлығын ҡабул иткән ҡәбиләләргә уларҙы һуғышсан күршеләрҙән һаҡлау һәм түләнгән яһаҡ дәүмәлен кәметеү вәғәҙә иткән. Урындағы абориген халыҡ, аҙ һанлы булһа ла, оҙайлы ваҡыт эсендә рустарҙан һан буйынса күберәк булған (рустар тип тәүге юл һалыусыларҙы, дөрөҫөрәге, казактарҙы атағандар), әммә уларҙың ҡоралы ла, тәжрибәле ғәскәре һәм хәрби начальниктары ла булмаған.
[[Файл:Before1733.jpg|right|thumb|Красноярск. А. Колпашников гравюраһы (1730-сы йылдар һүрәтләүҙәре буйынса)]]
 
Биләгән территорияларҙы үҙләштереүҙең һәм нығыныуҙың нигеҙе булып острогтар системаһы — артабанғы экспансия базаһы булып хеҙмәт иткән нығытылған тораҡ пункттар торған. Шул ваҡытта, бәйләнеш булмағанлыҡтан (мәҫәлән, Обь буйынан Мәскәүгә саҡлы бер нисә ай барырға кәрәк булған, һәм өҫтәүенә бәйләнеште йыл әйләнәһе дауам итеү мөмкин булмаған) Рәсәйҙең Себерҙе үҙләштереүе Бөйөк Себер һыу юлы, йәғни Тобол, Иртыш, Обь, Йәнәсәй йылғалары аша алып барылған. Рәсәй менән даими бәйләнеш юҡлыҡтан, урындағы воеводалар ҙур власҡа эйә булғандар һәм йыш ҡына башбаштаҡлыҡтар ҡылған, шуның һөҙөмтәһендә острог гарнизондары баш күтәргән. Бер нисә воевода вазифаһынан төшөрөлгән, әммә һуңынан баш күтәреүеләр ҡаты язаға тарттырылған. Рустарҙың төп маҡсаты ҡиммәтле тире (соболь) булған, буйһондоролған ҡәбиләләр ҡиммәтле тире менән яһаҡ түләргә тейеш булған. Воеводаларға ''яһаҡ түләүселәргә ҡаты талаптар түгел, яғымлы мөнәсәбәттә булырға” (''обходиться с ясачными ласково, а не неволею и не жесточью.'') тигән күрһәтмә бирелгән<ref>Шерстова Л. И. Русские и аборигены Южной Сибири: евразийская основа этнокультурных контактов // Сибирский плавильный котёл: социально-демографические процессы в Северной Азии XVI — начала XX века. Новосибирск: Сибирский Хронограф, 2004</ref> Яһаҡ батшаға хеҙмәт итеү тип һаналған, һәм уны түләүсе “ғали йәнәптәренән түләү” (''государево жалованье'') — балта, бысҡы, энә, туҡыма алған. Воеводалар ''яһаҡ кешеләрен'' казактар һәм сәнәғәтселәр (промышленниктар) башбаштаҡлығынан яҡларға тейеш булған. Ғәмәлдә, күп воеводалар яһаҡты батша ҡаҙнаһына ғына түгел, ''үҙенекенә'' лә йыйған. Нигеҙҙә уларҙың ҡомһоҙлоғо арҡаһында аҫаба халыҡ баш күтәргән һәм острогтарға, монастырҙарға һәм башҡа рустар йәшәгән тораҡ пункттарына һөжүм иткәндәр. Тәүге күсеп килеүселәр артынан үҙләштереүҙең ьағы бер тулҡыны — Себергә крәҫтиәндәрҙе күсереү дәүләт инициативаһы менән башҡарылған, сөнки острог гарнизондары аҙыҡ-түлеккә мохтаж булған, ә уны килтереү өсөн юл булмаған. Крәҫтиәндәр, урындағы халыҡтың һөжүменән, төрлө юлбаҫарҙарҙан һаҡланыу маҡсатында острогтар эргәһенә килеп ултырған. Бына шулай, һуңғараҡ себер ҡалалары булып киткән, беренсе ҙур тораҡ пункттар барлыҡҡа килгән. Биләмәләрҙе үҙләштергәндә аҫаба халыҡтың мәнфәғәттәре иҫәпкә алынған.
 
Крәҫтиәндәр “тик буш урындарға ғына ултырырға, ә яһаҡ биләмәһенә эйә булмаҫҡа тейеш, (ә кемдәр) яһаҡ кешеләренең биләмәләрен талай, ҡамсы менән һуҡтырып, ҡаты язаларға” (''«селиться только на порозжих местах, а ясачных угодий не имать, [а тех, кто] у ясачных людей угодья пустошает, сбивати долой и бить кнутом нещадно.»'')<ref>Клеандрова В. М., Колобов Б. В., Кутьина Г. А. и др. Законодательство Петра I. М.: Юрид. Лит., 1997, с. 423.</ref>
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Себер» битенән алынған