Себер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
311 юл:
 
=== XV—XVII быуаттар ===
<blockquote>1483 йылда Иван III ҡушыуы буйынса мәскәү «һыу караптары ғәскәренең» («судовой рати») Көнбайыш Себергә ҙур походы ойошторола. Пельм (Свердловск өлкәһе Гарин районы) эргәһендә вогулдарҙы (мансы) ҡыйратып, ғәскәр Тобол ҡушылдығы Тавда йылғаһы буйлап, һуңынан Тура һәм Иртыш йылғалары буйлап, Иртыштың Обь йылғаһына ҡойған еренә тиклем барып еткән. Был поход һөҙөмтәһендә вогул кенәздәренең Бөйөк Мәскәү кенәзлегенән вассал бойондороҡлоғо барлыҡҡа килгән һәм Иван III Бөйөк Югор кенәзе, Кондин һәм Обдор кенәзе тигән титулдарға лайыҡ булған<ref>Каргалов В. В. Московские воеводы XVI—XVII вв.</ref>.</blockquote>
 
Алтын Урҙа тарҡалғас, 1495 йылдар тирәһендә, урындағы Тайбуғ кенәз быуындары – тайбуғиндар һәм сыңғыҙсылар нәҫеленән булған Мөхәммәт Шейбани хан быуындары – шейбанидтар араһында власть өсөн даими көрәш барған биләмәләрҙә Себер ханлығы барлыҡҡа килгән. 1555 йылда Себер ханлығы Рус батшалығы составына ингән — тайбуғин ырыуы хакимдары Едигер хан һәм уның туғаны Бекбулат Иван Яуыз (Грозный) батшаға подданлыҡҡа алыуын үтенеп мөрәжәғәт иткән һәм уның ризалығын алғас, ҡиммәтле тиреләр менән яһаҡ түләй башлай («рәсми властар», яһаҡ йыйған һәм Себер ханлығында күпмелер ваҡыт дауамында үҙҙәрен башҡа бер төрлө лә күрһәтмәгән).
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Себер» битенән алынған