Себер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
277 юл:
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына түбәндәге ҡош төрҙәре индерелгән<ref name="biodat">[http://www.biodat.ru/ Красная книга России]</ref>:
* Ҡара торна
* Аҡ башлы сип (үләкһә менән туҡланыусы йыртҡыс ҡош, бөркөттәр ғаиләһенән)
* Туғаҙаҡ (дрофа, көнсығыш-себер подвиды)
* Көсөгән (могильник, ҡош)
* Сапсан (ыласындар ғаиләһенән)
* Биҙгәләк, ҡарһаҡ туғаҙаҡ (стрепет, үҫемлек менән туҡланыусы күсмә ҡош)
* Кәкресуҡыш көйөлдө (тонкоклювый кроншнеп, һаҙлыҡ ҡошо)
 
Һөтимәрҙәр:
* Алыҫ Көнсығыш леопарды
* Даурия терпеһе (ҡолаҡсан терпе)
* Осло ҡолаҡ ярғанат (остроухая ночница)
* Йылға ҡондоҙо, көнбайыш себер подвиды
* Амур юлбарыҫы
* Алғы Азия леопарды
* Ирбис-бесәй (Үҙәк Азия тауҙарында йәшәүсе эре бесәй төрө)
 
үҫемлектәр<ref name="plantcare">[http://plantcare.ru/sibir-dalnij-vostok/ Редкие растения Сибири и Дальнего Востока]</ref>:
* Байҡал елбәҙәге, елбәгәйе (ветреница байкальская, үлән)
* Кескәй мегадения
* Эре сәскәле ... (башмачок крупноцветковый)
 
== Тарихы ==
 
=== Боронғо период (б. э. т. VIII быуаттан — б. э. V быуатына саҡлы) ===
Себер территорияһында Хунну, Таншихая империяһы кеүек төрөк, чжурджен һәм монгол халыҡтарының дәүләттәре булғаны билдәле.
 
=== Урта быуаттар периоды (б. э. V — XV быуаттары) ===
Себер территорияһында кешелек тарихында билдәлелек алған ҙур империялар барлыҡҡа килгән — Бөйөк Төрөк Ҡағанаты (5 — 8 быуаттар) һәм Сыңғыҙ хан империяһы (13-14 быуаттар). Был дәүләттәрҙең иң юғары үҫеше периодында (576 йыл) — Төрөк ҡағанаты өсөн төрөктәр Көнсығышта Ҡытайҙы яулап алған һәм Көнбайышта, Ҡырымда, Византия армияһын ҡыйратҡанда, ә көньяҡта Аҡ һунндарҙы (Эфталиттарҙы) юҡ итеп, Сасанид Иранын буйһондорған осорҙа Себер тулыһынса шул дәүләттәрҙең составында булған. 13 быуатта Сыңғыҙ хан, монгол һәм төрөк халыҡтарын берләштереп, 576 йылғы төрөк Ҡағанаты батырлығын ҡабатлаған.
607 йылда, Көнсығыш Төрөк Ҡағанаты власть башына төрөк армияһы башында Ҡытайға еңеүсе сифатында баҫып ингән Себер хан (Шибир-хан Төрөк-шад) килгән.
 
Рустарҙың Себергә үтеп инеүе бик боронғо дәүерҙәргә барып тоташҡаны киң билдәле. Новгородлыларҙың IX быуатта уҡ Аҡ диңгеҙҙән Югор шары боғаҙына саҡлы һәм унан да ары, Кар диңгеҙенә саҡлы, барғаны тарихсыларға билдәле. Бындай диңгеҙ сәйәхәттәре тураһындағы йылъяҙма мәғлүмәт 1032 йылға ҡайтып ҡала, һәм был рус тарихнамәһендә Себер тарихының башы булып һанала. Артабанғы дәүерҙәрҙә, Югор шарына ҡиммәтле тиреләр алып ҡайтыу маҡсатында, новгородлылар регуляр рәүештә йөҙөүҙәр ойошторған. Новгородлы Андрийҙың 1139 йылда, сауҙа маҡсаты менән, Обь йылғаһы буйҙарына йөҙөп барыуы һәм унан ҡиммәтле йәнлек тиреләре тейәлгән ҙур йөк алып ҡайтыуы тураһында тәүге иҫкә алыу ҙа билдәле. Обь йылғаһы тамағында рус сауҙагәрҙәре, үҙ тауарҙарын себер йәнлек тиреләренә алмаштырып, сауҙа (торг) ойошторған рус тораҡ пункты (поселение) ла булған. Айырым алғанда, ғалим Кызласов Леонид Романович «Себерҙең боронғо ҡалалары» хеҙмәтендә XII — XIII быуат баштарында рус сауҙагәрҙәренең ваҡыты-ваҡыты менән ... фаразлай
 
 
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Себер» битенән алынған