Себер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Мөхәррирләү|Аҡҡашҡа|18 ғинуар 2017}}
[[Файл:Siberia-FederalSubjects.svg|thumb|300px|
<span style="margin:0px; padding-bottom:1px; font-size:90%; display:block;"><span style="border:#CC0000; background-color:#CC0000; color:#CC0000;">……</span> Себер федераль округы</span> <i style="margin:0px; padding-bottom:1px; font-size:90%; display:block;">5,1  млн км² (РФ территорияһының ~30.09  % биләй)</i>
<span style="margin:0px; padding-bottom:1px; font-size:90%; display:block;"><span style="border:#CC0000; background-color:#CC0000; color:#CC0000;">…</span><span style="border:#FF4000; background-color:#FF4000; color:#FF4000;">…</span> Географик төшөнсә булараҡ Себер</span> ''9,8  млн км² (РФ территорияһының ~57.01  %)''
<span style="margin:0px; padding-bottom:1px; font-size:90%; display:block;"><span style="border:#CC0000; background-color:#CC0000; color:#CC0000;">..</span><span style="border:#FF4000; background-color:#FF4000; color:#FF4000;">..</span><span style="border:#FF9933; background-color:#FF9933; color:#FF9933;">..</span> Рәсәйҙең Азия өлөшө</span>''13,1'' ''млн км² (РФ территорияһының ~76.69  %)''
 
]]
{{другие значения}} '''Себер'''  — Көнбайыштан Урал тауҙары менән, көнсығыштан - — Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығыш тѳбәктәре, төньяҡтан - — Төньяҡ Боҙло океан, көньяҡтан - — Рәсәйгә сиктәш дәүләттәр (Ҡаҙағстан, Монголия, Ҡытай) менән сикләнгән Евразияның<ref>{{Cite web|url = http://dic.academic.ru/dic.nsf/enc_geo/4465/Сибирь|title = Сибирь|author = Географическая энциклопедия|date = |publisher = }}</ref>төньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге бик ҙур географик тѳбәк.
 
Хәҙерге заманда Себер һүҙе, ҡағиҙә булараҡ, алда аталған географик сиктәрҙәге Рәсәй Федерацияһының территорияһы тип ҡабул ителә, ә тарихи төшөнсә булараҡ, үҙенең йәйрәп ятҡан сиктәре эсенә Себер үҙенең эсенә Ҡаҙағстандың төньяҡ-көнсығышын һәм тотош Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышын да алған.
 
Себер Көнбайыш Себергә һәм Көнсығыш Себергә бүленә, ҡайһы саҡта Көньяҡ Себер (таулы өлөшөндә), Төньяҡ-Көнсығыш Себер һәм Урта Себер тигән төшөнсәләр ҙә ҡулланыла. Рәсәй составына XVI—XVII быуаттарҙа ингән. Географик Себер майҙаны  — 9,8  млн км² (Рәсәй территорияһының 57  % яҡыны).
 
Географик Себер сиктәрендә йәшәгән халыҡ һаны  — 24 757 359 кеше ({{ Население | Сибирский федеральный округ | г }}).
 
== Этимологияһы ==
[[Файл:Ru-Сибирь.ogg|thumb|Себер һүҙенең әйтелеше]]
«Себер» һүҙе килеп сығышының бер нисә фаразы бар.
Алтай телдәре төркөмөнә бәйле фараздар:
# «Сибэр/чибэр»  — «матур» мәғәнәһен аңлатҡан төрөк (башҡорттар/татарҙар) һүҙе. Мәҫәлән, Сыбаркүл күленең атамаһы татар теленән тәржемә иткәндә «сибәр (матур) күл» тигәнде аңлата. Боронғо төрөктәрҙә Шибир тигән исем таралған булған, мәҫәлән, б. э. VII быуатында йәшәгән һәм ҡытайҙың Суй династияһын ҡыйратҡан атаҡлы ҡаған Шибир-хан Төрөк-шадты ғына иҫкә алайыҡ. Шулай уҡ төрөк телдәрендә (атап әйткәндә, татар телендә) «Себер(ү)» тигән, «һепереү»(«мести»), «буран (һепертмә буран)» тигәнде аңлатҡан һүҙ бар, шулай итеп «Себер» һүҙмә-һүҙ «Буран» тигәнде лә аңлатыуы бик мөмкин.
# «Шибир»  — ҡайынлыҡ, шырлыҡ (ҡуйы урман) баҫҡан һаҙлыҡлы урын тигәнде аңлатҡан монгол һүҙе. Сыңғыҙ хан дәүерендә монголдар тайганың урман-дала менән сиктәш өлөшөн шулай тип атаған тигән фараз бар<ref name="sibirk">[http://www.sibirk.ru/ Сибирк  — сайт о Сибири]</ref>.
 
Ниндәй булһа ла этник төркөм менән бәйле фараздар (улар бөтөнләй этимологияға ҡағылмай тип иҫәпләнә, ләкин ихтималлығы мөмкин тип фаразлана):
# Зоя Яковлевна Бояршинова фаразы буйынса, был термин, теле ҡайһы төркөмгә ҡарағаны бик бәхәсле булған сиртя («сипыр») этник төркөмө исеменән алынған тип һанала. Һуңғараҡ ул хәҙерге Тобольск районында, Иртыш йылғаһы буйында йәшәгән төрөк төркөмөнә ҡарата ҡулланыла башлаған.
# Вячеслав Юрьевич Софронов фаразы буйынса, бөгөнгө көндә себер татарҙары тип йөрөтөлгән төрөк телле этник төркөм менән бәйләргә мөмкин. Үларҙың үҙатамаһы - — сибир, автор фекеренсә, «түҙемлек» тигәнде аңлата. бүтән төрлө фекер ҙә бар, «аҫаба» («местные») (ы/ир  — ирҙәр, халыҡ, кешеләр; сибе/ү  — һибелгән, сәселгән, ергә таратыу; һүҙмә-һүҙ.: «бында таралған [йәшәгән] кешеләр»)<ref name="vsofronov.narod">[http://vsofronov.narod.ru/laboratory2.html В. Софронов Тобольский хронограф, ч.1, Новосибирск, 1993]</ref>.
# Владимир Яковлевич Петрухин һәм Дмитрий Сергеевич Раевский фаразлағанса, атама Көнбайыш Себерҙең көньяғынан Төньяҡ Ҡаф тауына, ә һуңынан Урта Иҙел буйына күсеп киткән күсмә ҡәбиләләр, савирҙар (суварҙар) атамаһы менән бәйле булып сыға{{sfn|Петрухин, Раевский|2004|с=198}}.
 
«Себер» атамаһының бик ҙур территорияларға таралыуы Иван Яуыз (Грозный) заманында Рус батшалығы яулап алған себер татарҙарының ханлығы баш ҡалаһы Себер атамаһы менән туранан-тура бәйләнгән. Бына Савва Есипов рус йылъяҙмаһынан (Есиповская летопись) өҙөктө уҡыйыҡ:
«…пришед в Сибирскую землю … татарове же сего убояшася русских вой много пришествия, избегоша от града своего, иде же прежде сего быть в Сибири сибирскотатарский их городок стольный усть Тобола и Иртыша иже именуемый Сибирь, оставиша его пуста. Рустии же вои придоша и седоша в нём и утвердивше град крепко, иде же бо ныне именуемый Богоспасаемый град Тоболеск.»
 
XIII быуаттан башлап Себер тип халыҡты ғына түгел, улар йәшәгән биләмәләрҙе лә атай башлағандар. Ошондай мәғәнәлә бындай топоним тәүҙә XIII быуатта йәшәгән иран авторҙарында осрай. Sebur тамғаланышы иң тәүҙә 1375 йылда төҙөлгән Каталон атласында осраған. XV быуатта ижад ителгән йылъяҙмаларҙа Себер ере тип Тобол йылғаһының түбәнге ағымындағы һәм урта Иртыш тирәһендәге ерҙәр аталған.
 
Әммә «Себер» һүҙен геополитик мәғәнәлә ҡулланыу Иҙел (Волга) йылғаһынан көнсығышта ятҡан бөтөн территорияларын тамғалауға ҡайтып ҡала. 1570 йылда Англия королеваһы Елизавета I-гә яҙған хатында Иван Яуыз (Грозный) үҙен бына нисек атаған: «Псков ғали йәнәптәре һәм Тверь, Чернигов, Рязань, Полоцк ерҙәре кенәзе, рос… (һүҙ киҫәге һаҡланмаған) һәм бөтөн Себер ерҙәре ғали йәнәптәре»
 
== Себер образы һәм уның үҙгәрештәре ==
 
Айырым региональ топоним булараҡ Себер (Sibir, Sebir) атамаһы текслы һәм картографик сыҡанаҡтарҙа минимум XVI быуаттан теркәлгән (фиксируется). Был топоним ул ваҡытта Иртыштың урта ағымындағы сама менән Себер ханлығы территорияһына (хәҙерге Рәсәй Федерацияһының Свердлов, Силәбе, Төмән һәм Омск өлкәләренә, Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәләренә) тап килгән биләмәләр атамаһы булған. XVII быуат уртаһынан был топонимдың Мәскәү дәүләте контролдә тотҡан Уралдан алып Тымыҡ океанға тиклемге территорияны рус телендә билдәләү өсөн ҡулланылышы теркәлә (фиксируется). XVIII быуат башына Себер тигәндә Урал тауҙарынан көнбайыштағы (Көнгөр һәм Соликамск өйәҙҙәре, Вятка провинцияһы) территориялар күҙ алдына килә. Дөйөм самалап ҡабул иткәндә (примерное восприятие): «дәүләттең тарихи үҙәгенән көнсығышҡа табан аҙ үҙләштерелгән территориялар». XVIII йөҙ йыллыҡ аҙағына ғалим-географтар араһында Урал тауҙары Себерҙең, шулай уҡ империя европа һәм азия биләмәләренең көнбайыш сиге тигән консенсус оформился. 1780-се йылдарҙа Пермь губернияһының барлыҡҡа килеүе (сама менән  — РФ-ның хәҙерге Свердловск һәм Пермь өлкәләре территориялары) был мәсьәләгә буталсыҡ кереткән: Уралды тәбиғи сик итеп ҡабул итеү һаҡланған, ләкин Пермь һәм Тобольск губерналарының административ сиге шулай уҡ күмәк кешенең аңында айырым билдәләнә башлаған. Шулай, XIX быуаттың беренсе яртыһында сәйәхәтселәр һыу айырғыстағы Екатеринбургтан көнбайышҡа «Европа-Азия» билдәһе, ә губерналар сигендә торған административ берәмек билдәһе (символы) Рәсәй (метрополия) һәм Себер (окраина) араһындағы сик билдәһе тип ҡабул ителә. XIX быуат башында возникает деление Себерҙе Көнбайыш Себер һәм Көнсығыш Себер генерал-губернаторлыҡтарына бүлеү барлыҡҡа килгән, һәм был Көнсығыш һәм Көнбайыш Себер образдары популяр практикаһында нығынған. Әммә шул уҡ быуат уртаһында был субрегиондарҙың ҡабул ителгән сиктәре лә хәҙерге заман кешеһе өсөн ғәҙәттән тыш һымаҡ: Себерҙең Көнбайышы - — Себер ҡырғыҙҙары өлкәһе (хәҙерге Ҡаҙағстандың көнсығышын, төньяғын, көньяғын һәм үҙәген биләгән тышҡы идаралыҡтың административ берәмеге), ә Себерҙең Көнсығышы  — Чукотка, Камчатка һәм Яҡутстан биләмәләре.
 
Себерҙе күҙ алдына килтереү етди үҙгәрештәр Рәсәй империяһының азия өлөшөндә формалашҡан яңы регион образдары менән бәйле: Амур йылғаһы буйы һәм Уссурийск крайы ҡушылғас, совет ваҡытында уның бер өлөшө булған Төньяҡ-Көнсығыш Себерҙең һәм Яҡутстандың элекке территорияларын Алыҫ Көнсығыш тип атай башлағандар; Пермь һәм Ырымбур (Өфө) губерналарының иҡтисади үҫеше XIX—XX быуаттар сигендә (рубежында) Урал регионы формалашыуға килтергән. 1920-се йылдарҙа дөйөм Себерҙе һәм элекке Рәсәй империяһының азия өлөшөн хәҙергесә күҙ алдына баҫтырыуҙың контурына нигеҙ һалынған: Урал өлкәһе бөтөн Обь йылғаһының түбәнге өлөшөн һәм Иртыш уртаһы буйын (өлкәнең сиктәре хәҙерге Урал федераль округының контурына яҡын) биләгән. Себер крайы Омскиҙан алып Байҡал арты административ территорияларында (уның контурҙары хәҙерге Себер федераль округына оҡшаған) формалашҡан. Себер өлкәләренән айырым булған Ҡаҙаҡ автономияһы барлыҡҡа килеүе уның эсенә ингән территорияларҙы географик ысынбарлыҡ итеп ҡабул итеүҙе талап иткән. Һуңғараҡ совет практикаһы (1930-80-се йй.) башҡасараҡ сиктәр менән эш иткән: ул моментҡа көнсығышта формалашҡан Урал образы тик Свердлов (1934, 1938) һәм Ҡурған өлкәләрен генә үҙ эсенә индергән (1943), Себерҙе Көнбайыш һәм Көнсығыш өлөштәргә бүлеү кире ҡайтҡан, Яҡутстан статусы ғына бәхәсле булып ҡалған. Бындай бүлеү ярым рәсми, сөнки, бер яҡтан, был илде иҡтисади райондарға бүлеүҙә сағылған һәм мәктәптә шулай тип уҡытылған, ләкин, икенсе яҡтан, бөтөн бюрократик практикаға мотлаҡ тәьҫир ҙә итмәгән.
 
2000 йылда административ практикаға һәм халыҡ алдына сығарылған киңлеккә РФ-ның азия өлөшөндә, сиктәре 1920-се йылдарҙағы совет ҙур административ берәмектәргә яҡын, федераль округтар төшөнсәһе индерелгән. Был популяр образдарға етди тәьҫир итте: хәҙерге моментта ҙур Төмән өлкәһенең биләмәләрен йыш ҡына Урал регионы тип атайҙар, ә Себер сиктәрен Себер округы сиктәре тип аңлаталар. Был моментта ошо мәсьәлә буйынса бер төрлө фәнни практика юҡ, мәктәптә ойошторолған уҡытыуҙа федераль округтарға бүлеү менән «традицион» иҡтисади райондарға бүлеүгә ҡараш үҙгәреп тора. Һәр конкрет кешенең Себерҙең теге йәки был географик образы хаҡында күҙаллауы уның белем кимәленән, аралашыу әйләнәһенән, һөнәренән, зауығынан, сәйәси ҡарашынан һәм башҡаларҙан тора.
 
== Сиктәре ==
 
Публицист һәм этнограф, «Себер герграфик, этнографик һәм тарихи отношениела колония булараҡ» тип аталған фундаменталь хеҙмәт авторы Николай Михайлович Ядринцев Себерҙең сиктәрен бына шулай билдәләгән<ref name="Ядринцев">{{книга|автор = Ядринцев Н. М.|заглавие = Сибирь как колония в географическом, этнографическом и историческом отношении|издание = 3-е изд|ответственный = Под ред. [[Покровский, Николай Николаевич (историк)|Н. Н. Покровского]]|место = Новосибирск|издательство = НИЦ "Сибирский хронограф"|год = 2003|страниц = 556|isbn = 5-87550-007-7}}</ref>:
 
{{начало цитаты}} Себер Азияның бөтә төньяғын биләй, төньяҡта Төньяҡ Боҙло океанға, көнсығышта ул Тымыҡ океанға саҡлы етә, көньяҡта сиктәре Ҡытай империяһы менән, көньяҡ-көнсығышта Рәсәй империяһының урта азия биләмәләре менән тоташа, ә төньяҡ-көнбайышта һәм Себерҙең көнбайышында Рәсәйҙең Европа өлөшөнән Урал һырттары менән бүленгән. {{конец цитаты}}
 
{{начало цитаты}} Сибирь занимаетъ весь сѣверъ Азіи и тянется на с. до Сѣвернаго Ледовитаго океана, на востокѣ она достигаетъ до Тихаго океана, на югѣ границы ея составляетъ Китайская имперія, на ю.-в. она граничитъ съ среднеазіатскими владѣніями Россійской имперіи, а на сѣв.-западѣ и на зап. Сибирь отдѣлена отъ Европейской Россіи Уральскимъ хребтомъ {{конец цитаты}}
[[Файл:Хабаровск, летом на набережной Амура.JPG|thumb|240px|Хабаровский ҡалаһында Амур йылғаһы яр буйы]]
 
Географик планда Себер Алыҫ Көнсығыштан айырым алына, был төшөнсәгә Урал тауҙарынан алып Төньяҡ Боҙло океанға һәм Тымыҡ океанға ҡойоусы йылғалар һыу айырғысы (Обь, Надым, Таз, Пур, Йәнәсәй, Хатанга, Лена, Индигирка, Колыма йылғалары һәм , Чаны һәм Байҡал күлдәре бассейны сиктәрендә) йәғни Көнбайыш Себер һәм Көнсығыш Себер территориялары ҡарай. Был осраҡта географик яҡтан Себергә Төньяҡ Боҙло океан бассейнына ҡараған Ҡаҙағстан һәм Монголияның ҡайһы бер территорияларын да индереп була. Тарих яғынан ҡарағанда Алыҫ Көнсығыш Себер составына индерелә; географик планда бер нисә референт баҫма ошо ҡарашта тора<ref>{{ВТ-ЭСБЕ|Сибирь}}; «Географический очерк страны». Цитата: «Под именем С. в обширном смысле этого слова понимаются все азиатские владения России, за исключением Закавказья, Закаспийской обл. и Туркестана».</ref>.
 
Себер Көнбайыш Себергә (Ханты-Мансы автономлы һәм Ямал-Ненец автономлы округтары менән) Төмән өлкәһе, Ҡурған өлкәһе, Новосибирск өлкәһе, Омск өлкәһе, Томск һәм Кемеров өлкәләре, Алтай крайы (Алтай Республикаһы) һәм Көнсығыш Себергә (Краснояр һәм Байҡал арты крайҙары, Иркутск һәм Амур өлкәләре, Хаҡас, Тыва, Бүрәт һәм Саха-Яҡут Республикалары) бүленә. Шулай уҡ ҡайһы берҙә (тау өлөшөндә) Көньяҡ Себерҙе, Төньяҡ-Көнсығыш Себерҙе, Урта Себерҙе билдәләйҙәр.
 
== География ==
 
{| width=152 cellpadding=0 cellspacing=1 style="float:right"
|-
| [[Файл:Topographic30deg N60E60.png|80px|N60-90, E60-90]]
| [[Файл:Topographic30deg N60E90.png|80px|N60-90, E90-120]]
| [[Файл:Topographic30deg N60E120.png|80px|N60-90, E120-150]] ==
|-
| [[Файл:Topographic30deg N30E60.png|80px|N30-60, E60-90]]
| [[Файл:Topographic30deg N30E90.png|80px|N30-60, E90-120]]
| [[Файл:Topographic30deg N30E120.png|80px|N30-60, E120-150]]
|}
[[Файл:Vasyugan.jpg|240px|thumb|Көнбайыш Себер тигеҙлеге]]
[[Файл:Jack London Lake by bartosh.jpg|240px|thumb|Төньяҡ-Көнсығыш Себер (Магадан өлкәһе)]]
 
12 577 400 км² майҙаны булып (Алыҫ Көнсығышты индермәйсә  — 10 000 000 км² тирәһе), Себер Рәсәй территорияһының 73,56  % яҡынын тәшкил итә, хатта Алыҫ Көнсығышты алмағанда ла, уның территорияһы донъяла Рәсәйҙән ҡала дәүмәле буйынса икенсе урын биләгән Канаданан ҙурыраҡ. Төп тәбиғи өлкәләре  — Көнбайыш Себер, Көнсығыш Себер, Урта Себер, Байҡал күле буйы, Байҡал күле арты, Төньяҡ-Көнсығыш Себер һәм Көньяҡ Себер тауҙары (Алтай, Саян тауҙары).
 
Себерҙең иң эре йылғалары  — Йәнәсәй, Обь, Ангара, Иртыш, Лена, Амур. Иң эре күлдәре  — Байҡал, Таймыр һәм Үбсү-Нур.
 
Миллионлы ҡалалар: Новосибирск, Омск, Красноярск. Иң эре ҡалалар: Төмән, Барнаул, Иркутск, Новокузнецк, Томск, Кемерово, Улан-Удэ.
 
Себерҙең эске континенталь нөктәләре  — Катунь тау һырттарында урынлашҡан Белуха тауы (4509 м), (Алтай тауҙары (Таулы Алтай), ә Алыҫ Көнсығышты иҫәпләһәң  — Камчатка ярымутрауында урынлашҡан Ключевская Сопка вулканы (4835 м).
 
; Географик тикшеренеүҙәр
 
Себерҙең тәүге картаһы 1671 йылда төҙөлгән. Беренсе (1725—1730) һәм Икенсе Камчатка (1733—1741) экспедициялары  — ҡарағыҙ: Витус Ионассен Беринг.
 
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Себерҙе һәм уға сиктәш территориялар һәм диңгеҙҙәр өйрәнеүсе рәсәйРәсәй ергиҙәрҙәрен һәм диңгеҙ сәйәхәтселәр тураһында
{||- bgcolor="#cccccc" style="float:right; border:1px solid white;"
!|
!|
|-
|
|
[[Файл:Jan Czerski.jpg|thumb|справа|112px|Ян Черский]]
|-
|}
* Витус Ионассен Беринг
* Семён Иванович Дежнёв
* Игнатий Михайлович Милованов
* Николай Гаврилович Спафарий
* Алексей Ильич Чириков
* Ричард Карлович Маак
* Павел Иванович Небольсин
* Иван (Ян) Дементьевич Черский
* Владимир Клавдиевич Арсеньев
* Фома Матвеевич Августивич
Себер регионын тикшереү менән шулай уҡ сит илдәр сәйәхәтселәре лә шөғөлләнгән:
* Иоһанн Эбергард Фишер
* Жан Шапп д’Отрош
* Иоһанн Георг
 
== Халҡы ==
[[Файл:Dinamika naselenia krupnejshih gorodov Sibiri.png|300px|right|thumb| Себерҙең иң эре ҡалалары халҡы һаны үҫеүе динамикаһы, 2008 й. Нәҙек һыҙыҡтар  — халыҡ һаны 150—350 мең; уртаса һыҙыҡтар  — халыҡ һаны 500—600 мең; ҡалын һыҙыҡтар  — халыҡ һаны 950—1400 мең<ref>[http://www.mojgorod.ru/cities/list.html Народная энциклопедия городов и регионов России «Мой Город»]</ref>]]
 
2002 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй Федерацияһының өс Федераль округында  — Урал федераль округы, Себер федераль округы, Алыҫ Көнсығыш федераль округы — дөйөм алғанда ~ 39,13 миллион кеше йәшәй, был Рәсәй Федерацияһы халҡының 26,96  % тәшкил итә.
 
Уралды иҫәпләмәгәндә, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш территорияһында 26,144  млн кеше йәшәй (Свердловск һәм Силәбе өлкәләренең күпмелер өлөшө Себер территорияһына инә), һәм был РФ халҡының дөйөм һанының 18,3  % тәшкил итә. Шулай итеп, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш халҡының уртаса тығыҙлығы 1 км²-ҡа 2 кеше.
 
Демография институтының (ГУ-ВШЭ) «2020 Стратегияһы» эшкәртеүе сиктәрендә әҙерләнгән «Рәсәй үҫешендә миграция» докладында һуңғы 20 йыл эсендә (1990 йылдан 2010 йылға саҡлы) Себер һәм Алыҫ Көнсығыш халҡы 2 миллион кешегә кәмегән<ref name="sibir.ria">[http://sibir.ria.ru/society/20110303/82048328.html Население Сибири и Дальнего Востока сократилось за 20 лет на 2  млн человек  — исследование]</ref>. Күпселеген был Рәсәй Федерацияһының көнбайыш һәм үҙәк өлөшөнә эске миграция менән бәйләнгән.
 
Яҡын арала Рәсәй халҡының себер биләмәләренән көнбайышҡа миграцияһында берәй үҙгәреш булыр тигән өмөт юҡ һәм, моғайын, мобиллеге менән айырылып торған хеҙмәт ресурсы булып торған йәштәр өлөшө ҡыҫҡарыу сәбәпле, халыҡтың әүҙем миграцияһы тик 2025 йылға 9  % кәмеүе бар, тип фаразлай Демография институты (ГУ-ВШЭ) ғалимдары<ref name="sibir.ria" />. Себерҙең 29 ҡалаһында халыҡ һаны 100 мең кешенән артыҡ<ref>[http://www.gks.ru/bgd/regl/B08_14s/Main.htm Данные Росстата на 1.1.2008]</ref>.
 
; Халыҡ һаны 200 мең кешенән артыҡ булған себер ҡалалары:
{{столбцы}}
{{столбец|width=33%}}
{|class='wide'
|-
| Новосибирск || align="right" style="padding-right:20px;" | {{ Население | Новосибирск | тс }}
|-
| Омск || align="right" style="padding-right:20px;" | {{ Население | Омск | тс }}
|-
| Красноярск || align="right" style="padding-right:20px;" | {{ Население | Красноярск | тс }}
|-
| Төмән || align="right" style="padding-right:20px; | {{ Население | Тюмень | тс }}
|-
| Иркутск || align="right" style="padding-right:20px;" | {{ Население | Иркутск | тс }}
|} {{столбец|width=33%}} {|class='wide'
|-
| Томск || align="right" style="padding-right:20px;" | {{ Население | Томск | тс }}
|-
| Кемерово || align="right" style="padding-right:20px;" | {{ Население | Кемерово | тс }}
|-
| Новокузнецк || align="right" style="padding-right:20px;" | {{ Население | Новокузнецк | тс }}
|-
| Улан-Удэ || align="right" style="padding-right:20px;" | {{ Население | Улан-Удэ | тс }}
|-
| Сорғот || align="right" style="padding-right:20px;" | {{ Население | Сургут | тс }}
|-
| Чита || align="right" style="padding-right:20px;" | {{ Население | Чита | тс }}
| {{столбец|width=33%}} {|class='wide'
|-
| Якутск || align="right" style="padding-right:20px;" | {{ Население | Якутск | тс }}
|-
| Нижневартовск || align="right" style="padding-right:20px;" | {{ Население | Нижневартовск | тс }}
|-
| Братск || align="right" style="padding-right:20px;" | {{ Население | Братск | тс }}
|-
| Ангарск || align="right" style="padding-right:20px;" | {{ Население | Ангарск | тс }}
|-
| Бийск || align="right" style="padding-right:20px;" | {{ Население | Бийск | тс }}
|}
{{столбцы/конец}}
Норильск һәм Прокопьевск ҡалалары, депопуляция сәбәпле, списоктан төшөп ҡалған.
 
Категория: Себер
 
Категория: Алыҫ Көнсығыш тарихы
 
Категория: Рәсәй географияһы
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Себер» битенән алынған