Детройт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Assele (фекер алышыу | өлөш)
102 юл:
Оҙаҡ йылдар дауамында донъя автомобиль етештереү үҙәге булып торған Детройт күп төрлө сәбәптәр арҡаһында иҡтисади көрсөк кисерә башлай, был көрсөк оҙаҡ йылдарға һуҙыла.
 
[[1973]] һәм [[1979]] йылғы нефть көрсөгө Детройтҡа һәм ғөмүмән АҠШ-ның автоиндустрияһына киро йоғонто яһай. Бензин хаҡы артҡандан-арта, һәм һатып алыусылар сит ил етештештереүселәренең бәләкәй, яғыулыҡты күп сарыф итмәгән автомобилдәрен өҫтөн күрә. Автомобиль етештереүсе компанияларҙың һатыу күләме ҡырҡа кәмей, заводтарҙар меңләгән эшсе ҡыйылаҡыуыла, ҡалалағы заводтар ябыла. Төп һатыу итеү урындары, отелдәр ябыла, офис биналары бушап ҡала.
 
Эшһеҙлектең юғары кимәлгә күтәрелеүе, урта синыф вәкилдәренең ҡала ситтәренә күсенеүе арҡаһында ҡалала башлыса ярлы ҡатлам халҡы ғына йәшәргә ҡала, торлаҡ хаҡтары ҡырҡа төшә, биналар күпләп бушай бара, енәйәтселек кимәле артҡандан-арта.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Детройт» битенән алынған