Бендеры: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
51 юл:
== Этимология ==
XV быуат уртаһына ҡараған молдова грамоталарында ''Тягянякяча'', ''Тигина'' атамалары ҡулланыла. Төрлө тарихи документтарҙа Тунгаты, Тунгаль, Тягянякяч, Тягянякячоу, Тягин, Тигинов, Тигичул вариациалары бар. Былар — бер үк исемдең төрлө тарихи осорҙа төрлө халыҡтарҙа әйтелеше.
 
«Тигина» атамаһының килеп сығышы тураһында бер нисә аңлатма бар. Шуларҙың береһе татар литва йәки поляк экспансияһынан ҡасҡан татар кенәзе Тигин булыуы ихтимал.
Икенсеһе, ''славян'' аңлатмаһы, ҡала тәңгәлендәге Днестр йылғаһы аша уңайлы кисеүгә бәйле. [[X быуаттабыуат]]та был урынды славяндарҙың тиверец ҡәбиләһе төйәк иткән. «Тянуть», «толкать», «тункать» һүҙенән килеп сығыуы ихтимал.
Ҡаланың бөгөнгө атамаһы, йәғни «Бендеры», «Минмин теләйем» төшөнсәһенә бәйле тигән легенда йәшәй. Йәнәһе, был фразаны ҡалаға хужа булырға теләгән төрөк солтаны Сөләймән әйткән.
 
Әүәлерәк «Бендеры» атамаһын «йылға буйындағы нығытма» тип тәржемәләү яҡлы булғандар. Һуңыраҡ уны фарсы теленән «гавань», «порт» йәки «йылға буйында туҡталыш» ({{lang-fa|بندر}}بندر{{lang-fa|بندر}}) һүҙенән килеп сығыуына бәйләйҙәр. [[Иран]]да «бендер» һүҙенә бәйле күп урындар бар. Улар араһында Бендер-Аббас һәм Бендер-Энзели. Былар барыһы ла порт-ҡалалар.
 
«Бендеры» атамаһы рәсми рәүештә 1541 йылда раҫлана. Октябрь революцияһына тиклем ҡала думаһы уны Тигин тип үҙгәртергә ҡарар итә. Әммә Бессарабия губернияһы етәкселеге уны раҫламай<ref>{{книга|автор=Лобанов Е. А.|заглавие=Бендеры. Страницы истории. 1408—1812|место=Бендеры|издательство=Полиграфист|год=2003|страницы=22|страниц=272}}</ref>.
 
1919 йылда Бессарабия Румынияға ҡушылғас, Бендеры атамаһы Тигинға үҙгәртелә. Шулай ҙа урындағы халыҡ элеккесә атап йөрөтә. 1940 йылда Бессарабия СССР-ға ингәс, ҡалаға тәүге атамаһы ҡайтарыла. Совет осоронда уны төрлөсә үҙгәртеү тәҡдиме була, мәҫәлән, Ткаченко, Днестровск һ.бһәм башҡалар.
 
== Сығанаҡтар ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Бендеры» битенән алынған