Шүлгәнташ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
45 юл:
Мәмерйәнең өйрәнелгән оҙонлоғо 3 саҡрымдан ашыу. Унда — һарҡып, ағып барлыҡҡа килгән майташтар, сталактиттар, сталагмиттар бар. Мәмерйә, эре залдары, галереялары, һыу аҫты күлдәре һәм йылғалары менән әкиәттәрҙә һөйләнгән һоҡланғыс һарайҙы хәтерләтә. Шүлгәнташ өс гипсометрик кимәлле, түбәнге ҡатын һыу баҫҡан, унда мәмерйәне барлыҡҡа килтергән һыу аҫты ''Шүлгән йылғаһы'' аға<ref name="perechen" />.<ref>[http://www.academia.edu/9304055/Prehistoric_Eurasia ''В. С. Житенёв.'' Капова пещера — многослойный памятник археологии: предварительное сообщение // Первобытные древности Евразии. К 60-летию Алексея Николаевича Сорокина, 2012]</ref>.
 
Шүлгәнташ мәмерйәһенең бөтөн бейеклеге 140 метр. Мәмерйәгә яҡын, эргәләш Шүлгән йылғаһының өс саҡрым оҙонлоғондағы тәрән карст [[каньон]]ыканьоны һуҙыла, ул аҡрынлап эре карст соҡорҙарҙан, күлдәрҙән торған йырынға, ҡоро үҙәнгә әүерелә.
 
Икенсе ҡаттың оҙонлоғо 500 метр самаһы. Мәмерйәгә ингән ерҙән 120 метр үткәс, һул яҡтан юғарыға тура коридор китә. Баҫҡыс буйлап 20 метр күтәрелгәс, өсөнсө ҡатка аяҡ баҫаһың. 500 метрға һуҙылған ҙур залдар ер аҫты күленә барып тоташа.
 
Шүлгәнташ мәмерйәһенә барған юлда бейек ҡаяла тәбиғәт яһаған мөғжизәле «Мамонт ҡыуышы» («Кәзә ташы») күренә. [[Мәғәрә]]гәМәғәрәгә бындай исем, ҡояш байыған саҡта ҡаялағы күләгәнең үҙенсәлекле ятыуы сәбәпле, таш һыҙаттары торбатомшоғон түбән төшөрөп йоҡоға талған [[мамонт]]тымамонтты хәтерләткәнлектән, бирелгән.
 
== Ер аҫтындағы йылға һәм күл ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Шүлгәнташ» битенән алынған