Шүлгәнташ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
38 юл:
«Шүлгәнташ» атамаһы мәмерйәгә ингән ерҙә [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙелгә]] ҡушылған Шүлгән йылғаһы исеменән һәм [[башҡорт теле]]ндәге «таш» һүҙенән килеп сыҡҡан. Шулай уҡ боронғо башҡорт диалектында «шу үлгән» «һыу үлгән, юҡҡа сыҡҡан» тигәнде аңлата, дөрөҫөрәге, «һыу ташта үлгән» йәки «һыу таш аҫтына киткән» мәғәнәһендә. Бынан тыш, Шүлгән — башҡорт халҡының боронғо «[[Урал батыр]]» ҡобайыры персонажы, уның төп геройы Урал батырҙың ағаһы.
 
Рус тикшеренеүселәре Шүлгәнташты «Капова» мәмерйәһе тип атауының ике фаразы бар: беренсеһе — тамсы тамыуҙы аңлатҡан «кап-кап» урыҫ ымлығынан (мәмерйәлә һәр ваҡыт тамсы тамған тауыш ишетергә мөмкин), икенсеһе — «[[капище]]» (храм), мәжүсиҙәрҙең ғибәҙәтханаһы тип раҫлауҙан. Сөнки бик боронғо замандарҙан бирле, яҙманан алда, мәмерйәлә ғибәҙәтхана булғанлығы дәлилләнде, ҡаялағы һүрәттәр ҙә шул маҡсатҡа хеҙмәт иткәнлеге иҫбатланды. Башҡорт легендаларынан һәм археологик ҡаҙылмаларҙан билдәле булыуынса, урта быуаттарҙа ла Шүлгәнташ ғибәҙәтхана ролен үтәгән, мәмерйәлә мәжүси йолалар башҡарылған<ref>''В. И. Левин'' «Свидетели из Каповой пещеры» М. : «Детская литература» 222 с. 1982</ref>.
 
== Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡоролошо ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Шүлгәнташ» битенән алынған