Грек теле: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
23 юл:
}}
 
'''Грек теле''' (''юнан теле'' (иҫке.)) — Һинд-Европа телдәре араһында иң оҙаҡ йәшәүсе [[тел]] — документтар буйынса, уның ғүмер оҙонлоғо — 3,500 йыл тирәһе. Шулай уҡ ул һинд-европа телдәре араһында иң боронғо тел булып һанала, [[Микен]] яҙмалары фрагменттары [[беҙҙең эраға тиклемге 15-сеXV быуат|беҙҙең эраға тиклемге 15-се]] йәки [[беҙҙең эраға тиклемге 14-се быуат|14-сеXIV быуаттарға]] ҡарай. Бөгөнгө көндә был телдә [[Греция]]ла, [[Кипр|Кипрҙа]], [[Албания]]ла, [[Австралия]]ла, [[Болгария]]ла, [[Македония]]ла, [[Италия]]ла, [[Төркиә]]лә, [[Әрмәнстан]]да, [[Грузия]]ла, [[Украина]]ла, [[Молдова]]ла, [[Румыния]]ла , [[Мысыр]]ҙа һәм эмигранттар берекмәләрендә яҡынса 12—15 миллион кеше һөйләшә.
Грек теле беҙҙең эраға тиклемге 9-сы быуаттан алып Грецияла һәм беҙҙең эраға тиклемге 4-се быуаттан алып Кипрҙа [[грек алфавиты]] ярҙамында яҙыла. [[Грек әҙәбиәте]] тарихы үҙ эсенә яҡынса өс мең йыллыҡ дәүерҙе һыйҙыра.
 
== Тарихы ==
Грек теленең тарихы шартлы рәүештә һанап үтелгән осорҙарға бүленә:
* '''[[Микен грек теле]]''': [[Микен мәҙәниәте|Микен мәҙәниәтенең]] теле.
* '''[[Боронғо грек теле|Классик грек теле]]''' (шулай уҡ боронғо грек теле исеме аҫында билдәле): Был телдең төрлө диалекттары — грек мәҙәниәтенең [[архаик осор|архаик]] һәм [[классик осор|классик осорҙарының]] телдәре. Боронғо грек теле [[Рим империяһы]]нда киң билдәле булған.
* '''[[Эллинистик грек теле]]''': төрлө боронғо грек теле диалекттарының [[аттик грек теле|аттик диалектҡа]] (Афина диалекты) ҡушылыуы. Шулай итеп, уртаҡ грек диалекты барлыҡҡа килә. Эллинистик грек теле иң тәүҙә [[Искәндәр Зөлҡәрнәй|Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең]]ҙең ғәскәрендә һәм ул буйһондорған территорияларҙа ҡулланыла, әммә Эллинистик колонизация дәүеренән һуң [[Мысыр|Мысырҙан]] алып [[ИндияҺиндостан]] сиктәренә тиклем таралыу ала.
* '''[[Урта быуат грек теле]]''': [[Эллинистик грек теле|Эллинистик грек теленең]] [[Урта быуаттар]] дәүерендә [[Византия империяһы|Византия империяһының]]ның рәсми һәм аралашыу теле булараҡ үҫешеүе. Был тел Византия империяһының [[XV быуат]]та юҡҡа сығыуына тиклем ҡулланыла.
* '''[[Яңы грек теле]]''': грек теленең Византия дәүеренән һуңғы үҫешеүе.
Урта быуат аҙағынан грек теленең ике төп формаһы ҡулланыла: аралашыу теле һәм [[XIX быуат]], [[XX быуат]] башында әҙәби, юридик, административ һәм ғилми өлкәләрҙә ҡулланылған классик грек теле. [[1976]] йылда аралашыу теле Грецияның рәсми теле итеп иғлан ителә.
 
40 юл:
 
[[Категория:Грек теле|*]]
[[Категория:Алфавит буйынса телдәр]]
[[Категория:Греция телдәре]]
[[Категория:Кипр телдәре]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Грек_теле» битенән алынған