Гагауз Ери: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
148 юл:
== Гагауз Ере иҡтисады ==
 
Гагауз Ере иҡтисадында, традиция булараҡ, регион ВРП-ның 70 % тәшкил иткән агросәнәғәт секторы өҫтөнлөк итә. Региондың ыңғай климаты һәм рельефы ауыл хужалығы уңышына булышлыҡ итә. Ауыл хужалығы биләмәләренең дөйөм майҙаны 150 мең гектар, һәм уның 100 мең гектарын - һөрөнтө ерҙәр, емеш-еләк һәм виноград (йөҙөм) баҡсалары — 26 мең гектарын биләй <ref>http://fei.idgu.edu.ua/conference/dokl/d45.pdf</ref>. Әммә баҙар мөнәсәбәттәре һәм заманса технологиялар шарттарында хеҙмәт баҙарында ауыл хужалығы өлөшө кәмеүгә барһа ла<ref name=autogenerated2 />, ауыл хужалығы үҙе генә Гагауз Ерендә йәшәгән иҡтисади әүҙем халыҡтың 20% -н эш менән тәьмин итә. 2001—2007 йылдарҙа был өлөш 2,2 тапҡырға түбәнгә төшкәйне. Параллель рәүештә хеҙмәтләндереү секторы һәм региондың ауыл хужалығы сеймалы менән бәйле булған еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте өлөшө үҫеше күҙәтелә. Сәнәғәттең 85% нәҡ эшкәртеү секторына тура килә. Сәнәғәттә регион ВРП-ның 40% -н тулыландырған шарап һәм башҡа алкоголь эсемлектәре етештереү өҫтөнлөк итә. Техник культураларҙан көнбағыш һәм тәмәке (дөйөм молдавия өлөшөнөң 18%) күп етештерелә. Гагауз Ере, Молдованың 5% майҙанын ғына биләһә лә, республиканың 10%-ҡа яҡын йөҙөмөн (виноград) етештерә. Бөртөклөләр, виноград, емеш һәм йәшелсә баҡсалары өсөн ер майҙандарын киңәйтеү иң перспективалыһы. Рәсәй Федерацияһы Гагауз Ере экспортын үҙләштереүҙең төп рыногы булды һәм булып ҡала, һәм, властары Евроассоциация тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған Молдованың башҡа территорияларынан продукция индереүҙе сикләһә лә, гагауз етештереүселәренә сауҙа итеү мөмкинлеген (преференция) бирҙе<ref>[http://www.vesti.ru/doc.html?id=2713336 Вести.Ru: Ситуация в Молдавии: жители Гагаузии давно все для себя решили<!-- Заголовок добавлен ботом -->]</ref>. Рәсәй Федерацияһына экспортланған тауарҙар ҡәтғи рәүештә тик Гагауз Еренән булырға тейеш: сиктәш булған Молдованың башҡа территорияларынан Рәсәйгә, мәҫәлән, шарап реэкспортларға маташыу Гагауз Ере иҡтисади партнёрҙарына ла сикләүҙәр менән янай<ref>[http://totul.md/ru/newsitem/763453.html Гагаузских виноделов ждут санкции в случае реэкспорта в Россию<!-- Заголовок добавлен ботом -->]</ref>. Молдова составындағы Гагауз Еренең айырым статусын иҫәпкә алғанда, автономия иҡтисадында дәүләт секторы мөһим роль уйнай<ref>http://www.e-democracy.md/files/elections/gagauzia2006/regulations-gagauzia-ru.pdf</ref>. Шәхси милекселеккә ҡоролған финанс секторы нигеҙҙә банк учреждениелары селтәре менәнаша представленкәүҙәләнгән.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Гагауз_Ери» битенән алынған