Гагауз Ери: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
Akkashka (фекер алышыу | өлөш) |
||
118 юл:
2008 йылда Автономияның 55 уҡыу йортонда уҡыған 23 293 уҡыусының 22 163-ө рус телендә уҡыған. Молдаван телендә (йәки румын телендә) — 707 уҡыусы, (рус телен индереп) бер үк аҡытта бер нисә телдә — 423 уҡыусы белем алған. Гагауз Ере территорияһында эш башҡарыу (делопроизводство), шул иҫәптән власть органдары системаһында, рус телендә алып барыла. Автономия территорияһында рус телле киң мәғлүмәт саралары өҫтөнлөк итә, шуның менән бергә гагауз телендә баҫылған әҙәбиәт һаны ла арта. Автономияның гагауз телевидениеһының тел сәйәсәте башҡа ике рәсми телдәр - гагауз һәм молдаван телдәре - менән бер рәттән рус телендә алып барылған тапшырыуҙар өлөшө бер тигеҙ булырға тейешлекте күҙҙә тота<ref>[[REGNUM (информационное агентство)|Regnum]]: [http://www.regnum.ru/news/1084243.html «Гагаузия — часть русского мира»: «Гагаузия за неделю»]</ref>.
== Автономия ҡоролошо ==
Гагауз Ере ҡоролошо нигеҙен билдәләүсе норматив акттар: Молдова Республикаһы Конституцияһы, Гагауз Еренең айырым хоҡуҡи статусы тураһындағы Закон, Гагауз Ери Уложениеһы.
Юғары вазифа биләүсе кеше — Гагауз Ери Башҡаны (Главаһы). Дүрт йылға һайлана. Молдова Республикаһы Хөкүмәте ағзаһы булып тора.
Юғары вәкәләтле (представительный) органы — Гагауз Ери Халыҡ Йыйылышы (Халк Топлушу), дүрт йылға һайланған 35 депутаттан тора. Башҡарма властың юғары органы — Гагауз Еренең башҡарма комитеты (Баканнык Комитети).
Молдова Республикаһынан айырылып эшләүсе Суд системаһы юҡ. Бөтөн Молдова Республикаһы, шул иҫәптән Гагауз Ери, суд системаһы, судтарҙан, апелляция палаталарынан (биш апелляция палатаһы — Кишинёвта, Бельцыла, Кагулда (Кахул), Комратта, Бендерыла) һәм Молдова Республикаһының Юғары суд палатаһынан тора.
== Иҫкәрмәләр ==
|