Гагауз Ери: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
75 юл:
1990-сы йылдарҙа Приднестровьелағы конфликт (һуғыш) фонында гагауздар үҙенең бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеп, СССР составында, һуңынан ысынбарлыҡта эшмәкәрлек күрһәтмәгән Бойондороҡһоҙ Дәүәттәр Берләшмәһендә (СНГ) ҡалырға теләүен белдерһә лә, күпмелер ваҡыт дауамында танылмаған йә өлөшләтә танылған дәүләт тип йөрөтөлһә лә, Гагауз Ере проблемалары сағыштырмаса тыныс хәл ителде.
''{{main|Приднестровье конфликты Гагауз Еренә поход}}''
 
1994 йылдың декабрендә Молдавия парламенты гагауздар компакт йәшәгән регионға автономия биргән Гагаузияның (Гагауз-Ери) айырым хоҡуҡи статусы тураһындағы Закон ҡабул итте. 1995 йылдың 22 июлендә Вулканешт, Комрат һәм Чадыр-Лунг райондары Гагауз Еренең эске районына әйләнгәйне, әммә үрҙә атап үтелгән райондар һәм күрше Бессарабия һәм Тараклий райондары ауылдарында уҙғарылған референдумдан һуң райондар сиге үҙгәртелде.
1999 йылда, административ реформа үткәрелгәндән һуң, нәтижәлә Молдавия конституцияһында Гагаузия автономия-территориаль ҡоролошо (АТО) нығытылып ҡуйылған.
 
2000-се йылдарҙа Төркиә Гагаузияға байтаҡ ҡына ярҙам күрһәтте. Төркиәнән килгән аҡсаға һыу үткәреү системаһы эшләнде, һәм был Молдавияның көньяғында йәшәгән халыҡты сифатлы һыу менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итте. Шулай уҡ Чадыр-Лунгта молдаван-төрөк лицейы асылды<ref>{{статья |заглавие = Чадыр-Лунга: город, где работают проекты |издание = Moldova urbană |год = 2006 |номер = 6—7 |страницы = 19 |ссылка = http://www.habitatmoldova.org/moldova/452cf4fe83d86/ro/Moldova%20urbana%206-7.pdf }}</ref>, һәм уның сығарылыш уҡыусылары төрөк университеттарында белем алыу мөмкинлеге алды.
 
2000-се йылдарҙың икенсе яртыһынан молдаван-гагауз конфликты#XXI быуат башындағы Гагаузия һәм Кишинёв властары араһындағы сәйәси ҡаршылыҡтар тәрәнәйҙе.
 
2014 йылдың 2 февралендә автономиялы республика властары Гагауз Ерендә (2014) референдум үткәрҙе, һәм һайлаусыларҙың 98 % (Таможенный союз) ЕврАзЭС-ҡа интеграцияланыуҙы хупланы һәм «автономия статусын кисектереү» буйынса тауыш бирҙеләр, был, Молдова бойондороҡһоҙлоғон юғалтҡан осраҡта, гагауздарға уның составынан сығыу хоҡуғын бирә. Молдова властары референдум уҙғарыуҙы законһыҙ тип, һәм уның һөҙөмтәһен — юридик көскә эйә түгел тип тапты<ref>[http://itar-tass.com/mezhdunarodnaya-panorama/934052 Вступление в Таможенный союз на референдуме в Гагаузии поддержали 98,4 % избирателей]</ref>.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Гагауз_Ери» битенән алынған