Сухомлинский Василий Александрович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
категория
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт, викилаштырыу, күренеште төҙәтеү
25 юл:
 
== Биографияһы ==
Василий Александрович Сухомлинский 1918 йылдың 28 сентябрендә Украина Державаһы Херсон губернаһының Александрий өйәҙе (хәҙер [[Украина]]ның [[Кировоград өлкәһе]]) Васильевка ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Уның бала сағы һәм үҫмер йылдары бында үтә. Атаһы — Александр Емельянович Сухомлинский — Октябрь революцияһына тиклем помещиктарға ялланып балта оҫтаһы һәм столяр булып эшләй, крәҫтиәндәргә лә был йүнәлештә хеҙмәт күрһәтә. Совет заманында ауылдың алдынғы шәхестәренең береһенә әйләнә: йәмәғәт эшендә, шулай уҡ ҡулланыусылар кооперацияһына һәм колхозға етәкселек итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Ауыл хәбәрсеһе булараҡ, [[гәзит]]тәргә хәбәрҙәр яҙып тора, колхоздың уҡыу йортона мөдирлек итә, урындағы ете йыллыҡ мәктәптә ағас эшенә өйрәтеү дәрестәрен алып бара. В. А. Сухомлинскийҙың әсәһе Оксана Авдеевна йорт хужабикәһе булһа ла колхоза хеҙмәт һала, тегенсе эштәрен башҡарн. Ире менән икәүләп Василийҙан тыш тағы ла өс балаларын, үҫкәс ауыл уҡытыусылары булып киткән — Иван, Сергей һәм Меланияны оло тормош юлына сығара.
Василий Александрович Сухомлинский 1918 йылдың 28 сентябрендә Украина Державаһы Херсон губернаһының Александрий өйәҙе Васильевка ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
 
1933 йылда Василий [[Кременчук]] педагогия институтының рабфагына инә, артабан вузда уҡыуын дауам итә. 17 йәшендә ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй башлай. [[Полтава]] пединститутына күсеп, уны тамамлағандан һуң тыуған төйәгенә ҡайтып, Онуфриев урта мәктәбендә [[украин теле]] һәм әҙәбиәтен уҡыта башлай.
 
1941 йылда [[Бөйөк Ватан һуғышы]] башланғас, Сухомлинский үҙе теләп фронтҡа китә. Кесе политрук дәрәжәһендә [[Мәскәү]]ҙе дошмандан һаҡлауҙа ҡатнаша, 1942 йылдың ғинуарындағы алыштарҙың береһендә ҡаты яралана, ниндәйҙер мөғжизә менән генә үлем уны урап үтә, ә снаряд ярсығы күкрәгендә бөтөнләйгә тороп ҡала. [[Урал]]дағы госпиталдәрҙең береһендә дауаланғандан һуң тағы ла фронтҡа ебәреүҙәрен һорай, әммә комиссия уны хатта сикләнгән кимәлдә лә хәрби хеҙмәткә яраҡлы тип тапмай. Тыуған төбәге дошмандан азат ителгәс, Сухомлинский үҙ яғына ҡайта. [[1948 йыл]]да ул Кировоград өлкәһенең Онуфриев районы Павлыш мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем ([[1970 йыл]]дың 2 сентябре) эшләй.
 
Василий Сухомлинский — 40 монография һәм брошюра, 600-ҙән артыҡ мәҡәлә, 1200 хикәйә һәм әкиәт авторы. Ғилми хеҙмәттәрен һәм мәҡәләләрен [[урыҫ теле]]ндә, ә әҙәби әҫәрҙәрен туған [[украин теле]]ндә яҙған. Уның төрлө телдәрҙә нәшер ителгән китаптарының дөйөм тиражы 4 миллион данаға яҡын.
 
== Педагогик эшмәкәрлеге ==
 
 
== Хәтер ==