Һарун Тажиев: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
31 юл:
Һарун Тажиев Польшала әсәһе менән ҡала. Октябрь инҡилабынан һуң эмиграцияға эләгә. 1917 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1921 йылда) Һарун Тажиев әсәһе менән [[Бельгия]]ға күсенә, бында ҡасаҡ статусында йәшәй һәм тик 1936 йылда бельгия гражданлығын алыуға ирешә. Был ваҡытта Льеж университетында геологҡа һәм бер үк ваҡытта Gembloux агрономға уҡый. 1938 йылда агроном дипломын ала. [[Икенсе донъя һуғышы]] барышында белем алыуын туҡтатырға мәжбүр була һәм тик 1944 йылда геолог дипломын ала. Һуғыш осорондә Француз Ҡаршылығы хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша.
 
Һуғыштан һуң Бельгия Конгоһында (хәҙерге [[Конго Демократик Республикаһы]]) Катанга провинцияһында аҡ ҡурғаш ятҡылыҡтарында геолог булып эшләй. 1948 йылда Кутуро вулканының атылыуын күрә, был уға ҙур тәҫьир яһай һәм вулканология уның артабанғы тормошонда төп шөғөлө булып китә. 1957 йылдан Брюссель университетында доцент булып эшләй һәм вулканология милли үҙәге етәкләй. 1958 йылдан Париж Ер физикаһы институтының вулканология буйынса директоры һәм тәбиғи фәндәр факультетының доценты вазифаларын башҡара. Планетаның төрлө урындарында — [[Этна]], Стромболи, [[Эребус]], [[Аляска]]лағы Мең төтөн үҙәне, Гваделупа утрауындағы Суфриер (Бас-Тер), Мартиника утрауындағы Монт-Пелела һ.б. бихисап тикшеренеүҙәр яһай.
 
Экспедициялар материалдары буйынса 48 ҡыҫҡа һәм тулы метражлы фильмдар төшөрә, 23 китап һәм 11 ғилми хеҙмәт һәм монография яҙа.