Франко Ольга Фёдоровна (1896): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл:
Белевич Выров ауылында тыуа, шәхси гимназияны тамамлай. 1917 йылда Петр Франкоға кейәүгә сыға. 1920 йылда [[Вена|Венаға]] күсенә, бында яраланғандан һуң ире дауаланған була. Венала Ауыл хужалығы юғары мәктәбе янындағы ике йыллыҡ кулинар курстарын тамамлай.
 
Уның беренсе эше «Лагерҙәге кухня» (хәҙер раритет баҫма) була. «Тәүге украин дөйөм практик кухняһы» ([[Коломыя]], 1929, баш һүҙҙең авторы— Петр Франко; тәүге ҡабатлап нәшер ителгән баҫма [[Икенсе донъя һуғышы]]нан һуң донъя күрә — [[Львов]], 1990, Оксана Сенатович әҙәби эшкәртеүе, «Практик кухня» исеме аҫтында) Франко Ольга яҙған китаптарҙың иң яҡшыһы тип һанала. Икенсе билдәлелек яулаған эше — «Бөтә халыҡтар кухняһы» (Львов, 1937). Структураһы буйынса был баҫма "Практик кухня"нан айырылып тора — баҫмала йыл миҙгелдәренә ярашлы комплекслы иртәнге аш, төшкө аш, киске аш тәҡдим ителә.
 
Ольга менән Петр Франколарҙың ике ҡыҙы булған. Ольга Франко 90 йәшенә тиклем ғаиләһе өсөн аш — һыу әҙерләгән. 1987 йылдың 27 мартында Львовта вафат булған.