Башҡорт аш-һыуы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
18 юл:
Башҡорттар сәйҙе гел һөт менән эсәләр: ҡунаҡтарҙан һөт һалырға кәрәк-кәрәкмәгәнлеген дә һорап тормай, сәйҙәренә һөт һалып һыйлайҙар. Сәйгә һөт өҫтәү традицияһы шул тиклем күптәнге, хатта ҡайһы бер региондарҙа, һөттө, сәйҙе яһар алдынанмы әллә һуңынан һалыу дөрөҫмө,тигән бәхәстәр килеп сыҡҡылай. Ҡайһы бер кешеләр сәйгә һөттө аҙ ғына тамыҙыу яҡлы,ә бәғзе кешеләр сәйҙе ағартҡансы һөт һалып эсәләр.
 
== Башҡорт балы ==
{{main|Башкирский мёд}}
Башҡорт балы үҙенең тәм сифаты менән билдәле һәм башҡорттар уның менән хаҡлы ғорурлана. Бер сәй табынын да башҡорт балынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай, ә яңы ағыҙылған ауыл ҡаймағы яғылған икмәк (бутерброд) — башҡорт милли аш-һыуы өлгөләренең береһе. Башҡорт кешеһе өсөн, үҙе тотҡан умартананмы, әллә туған-тыумасаһы умарталығынанмы алынған, ысын башҡорт балына эйә булыу (бөрйән бал ҡорто) намыҫ эше булып һанала.
[[Файл:Echpochmak-wiki.jpg|thumb|220 px|Өсмөйөш бәлеш (тат. өчпочмаҡ)]]
Традицион башҡорт ашамлығы бишбармак бешерелгән иттән һәм һалманан (эре итеп киҫелгән туҡмастың төрө) әҙерләнә, мул итеп һуған, йәшел тәмләткестәр ҡушыла һәм, әлбиттә, ҡорот өҫтәлә. Башҡорт аш-һыуының (кухняһының) күҙгә ташланып торған тағы бер үҙенсәлеге: ашамлыҡтар янына йыш ҡына һөт продуктылары бирелә — һирәк табын ҡоротһоҙ һәм ҡаймаҡһыҙ була. Башҡорт ашамлыҡтарының күпселеге әҙерләү ябайлығы һәм туҡлыҡлы булыуы менән айырылып тора.
 
Айран, буҙа, ҡаҙы, ҡатлама, ҡымыҙ, манты, үрә, ыумас ашы һәм башҡа бик күп ашамлыҡ төрҙәре Урал тауҙарынан Алыҫ Көнсығышҡа саҡлы биләмәләрҙә йәшәгән күп халыҡтарҙың милли ашамлығы тип һанала.
== Башҡорт балы ==
{{main|Башкирский мёд}}