Башҡорт аш-һыуы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
26 юл:
Айран, буҙа, ҡаҙы, ҡатлама, ҡымыҙ, манты, үрә, ыумас ашы һәм башҡа бик күп ашамлыҡ төрҙәре Урал тауҙарынан Алыҫ Көнсығышҡа саҡлы биләмәләрҙә йәшәгән күп халыҡтарҙың милли ашамлығы тип һанала.
== Башҡорттарҙа сәй эсеү ==
[[Файл:Fresh ayran.jpg|thumb|220px|Айран]]
Башҡорттарҙа киң таралған (популяр) һүҙбәйләнеш бар — «сәй эсеү». Ошо һүҙҙәр бәлеш (баландан, кишерҙән, йомортҡа менән һуғандан), йыуаса, бешерелгән ит, ҡаҙылыҡ (колбаса), муйыл майы бәрәмәсе (ватрушка), ҡаймаҡ, ҡайнатма (варенье) менән, баллап, хужабикәнең ниндәй тәмлекәсе бар, шулар менән сәй эсергә саҡырыуҙы аңлата. «Сәй эсеү» башҡорттарҙа «еңелсә тамаҡ ялғау»ҙы аңлата — һис шикһеҙ, бындай «сәй» туҡлыҡлылығы буйынса иртәнге ашты ла, төшкө ашты ла алмаштыра ала. Әгәр Башҡортостанда кемдер, иртәнән тик сәй генә эстем ти икән, тимәк, ул тейешенсә (туйырлыҡ) ашап алған.
 
Башҡорттар сәйҙе гел һөт менән эсәләр: ҡунаҡтарҙан һөт һалырға кәрәк-кәрәкмәгәнлеген дә һорап тормай, сәйҙәренә һөт һалып һыйлайҙар. Сәйгә һөт өҫтәү традицияһы шул тиклем күптәнге, хатта ҡайһы бер региондарҙа, һөттө, сәйҙе яһар алдынанмы әллә һуңынан һалыу дөрөҫмө,тигән бәхәстәр килеп сыҡҡылай. Ҡайһы бер кешеләр сәйгә һөттө аҙ ғына тамыҙыу яҡлы,ә бәғзе кешеләр сәйҙе ағартҡансы һөт һалып эсәләр.
 
== Башҡорт балы ==
{{main|Башкирский мёд}}